Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Апрель 2020, 12:00

Спорт - сәләмәт тормош нигеҙе

Башҡортостанда “Спорт - йәшәү нормаһы” тигән региональ проект эшләй. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

РФ Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме буйынса, “Демография” милли проекты сиктәрендә былтыр Башҡортостанда “Спорт - йәшәү нормаһы” тигән региональ проект эшләй башлағайны.
Проектты тормошҡа ашырыу бурысы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына йөкмәтелгән. Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, проект Башҡортостанда йәшәүсе барлыҡ категориялар ѳсѳн дә физик культура менән шѳғѳлләнеүгә шарттар тыуҙырылырға тейеш.
2024 йылда Башҡортостандың бөтә ауыл-ҡалаһында тѳрлѳ спорт объекттары, тест буйынса һынау тотоу үҙәктәре буласаҡ, тип күҙаллана. Спорт ѳлкәһендә эшләүселәр иһә яңы белемдәр аласаҡ, квалификацияһын күтәрәсәк.
“Спорт - йәшәү нормаһы” проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында министрлыҡ тѳбәктәге 63 муниципаль берәмек менән килешеү тѳҙѳгән, саралар планы раҫланған. Башҡортостанға проект ѳсѳн федераль бюджеттан 1543,87 млн һум аҡса бүленгән. Дәүләт контракттары тѳҙѳлгән. Проект карантин шарттарында ла онлайн-дәрестәр аша тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: