Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Март 2020, 17:45

Йылымдар "Айыҡ ауыл"да ниндәй урын алды?

Яуабы беҙҙең сайтта.#национальныепроекты

Бөгөн "Айыҡ ауыл" республика конкурсының еңеүселәре билдәләнде. Йылым ауылы лайыҡлы икенсе урынды алды! Ҡотлайбыҙ, йылымдар! Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров Йылым ауылы халҡына Рәхмәт хаты һәм 2-се дәрәжәләге Диплом, 250000 һумға ауыл өсөн сертификат тапшырҙы.

Ысынлап та, Йылым ауылы “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә бик тә ҙур эштәр атҡарҙы. Ауылды төҙөкләндереү, йәшелләндереү сараларынан тыш халыҡтың мәҙәни кимәлен күтәреү, сәләмәт тормошҡа өндәү маҡсатында ла бик күп байрамдар, осрашыуҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр үтте. Йылымдар бындай еңеүгә һис шикһеҙ лайыҡ, тип иҫәпләйбеҙ. Артабан да шундай юғары статустҡа лайыҡ булып йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.

Читайте нас: