Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Март 2020, 14:20

Йылымдар өсөн ҡыуанабыҙ!

"Айыҡ ауыл" республика конкурсының һуңғы һөҙөмтәһен ҙур түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.

"Айыҡ ауыл" республика конкурсының һуңғы һөҙөмтәһен ҙур түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.

Конкурс барышында Йылым ауылы халҡы ғәйәт ҙур эш башҡарҙы. Спорт ярыштары, байрамдар үтте, йыйындар уҙҙы. Инициатив төркөм тарафынан сәләмәт һәм айыҡ тормошҡа өндәүсе сувенирҙар сығарылды. Уларҙың бөтәһе лә "Йылым" логотибы менән эшләнелде. Уларҙы һатыуҙан килгән аҡса бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғарипов тураһында төшөрөләсәк фильм өсөн ярҙам фондына ебәрелгән. Сувенирҙар, календарҙар төрлө саралар ваҡытында ҡунаҡтарға бүләк ителде. Кемдәр әле алып өлгөрмәгән, уларҙы Йылым ауылындағы һатыу нөктәләренән һәм Йәмил Әхмәровтың Баймаҡтағы һатыу нөктәһенән ала алаһығыҙ. Дуҫтар, туғандар өсөн ул бик шәп бүләк.

Читайте нас: