Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Март 2020, 22:15

"Шторм"дар иҫәбендә тәүге еңеү!

Бөгөн Ульяновск ҡалаһында "КЭС БАСКЕТ" мәктәп лигаһының төбәк Чемпионаты башланды. #национальныепроекты

Бөгөн Ульяновск ҡалаһында Волга буйы федераль округ буйынса "КЭС БАСКЕТ" баскетбол лигаһы Чемпионатының финал уйындары башланды. "А" төркөмөнә ҡараған Баймаҡ ҡыҙҙарынан торған "Шторм" командаһы Сыуашстан Республикаһы Алатырь ҡалаһының
"Старт" командаһы менән көс һынашты. Тәүге минуттарҙа уҡ уйынды үҙ ҡулдарына алыуға өлгәшкән Баймаҡ ҡыҙҙары аҙағынаса лидерлыҡты бирмәне. Һөҙөмтәлә «Шторм»дар 75:63 иҫәбе менән тәүге еңеүҙәрен яуланы.
Бөгөн кис улар тағы ла майҙанға сығасаҡ. Улар Саратов өлкәһенең «Торнадо» ҡыҙҙары менән осрашасаҡ.
Бөгөн башланған чемпионат 14 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Еңеү яулаған команда Рәсәйҙең Суперфиналь уйындарына путевка аласаҡ.
"Шторм"дарға уңыштар теләйбеҙ! Бары тик АЛҒА!
Читайте нас: