Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Март 2020, 22:50

Өфөлә баймаҡтар волейбол уйнаны

Ярышта һигеҙ команда көс һынашты. Кемдәр еңеү яуланы? Яуабы беҙҙең сайтта. #национальныепроекты

Өфөлә баймаҡтар араһында барған волейбол ярышы тамамланды.
Уйында БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Салауат Рәхмәтуллин, яҡташтар ойошмаһы рәйесе Фирғәт Байрамғолов һәм "Баймаҡ" яҡташтар ойошмаһы ағзалары ҡатнашты.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған уйын бик көсөргәнешле үтте. 8 команда араһында ярыштың һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды "Ирәндек" командаһы яуланы. Капитаны - Фәтхуллин Салауат.
Икенсе урынға Ишмөхәмәт командаһы сыҡты. Капитаны - Илнур Галин.
Өсөнсө урынды Төрөкмән командаһы алды. Капитаны - Рәил Йосопов.
Түбәндәге номинациялар билдәләнде:
"Иң яҡшы уйынсы" - Галин Илнур, Ишмөхәмәт ауылы.
"Иң яҡшы һөжүмсе" - Бикмурзин Айнур, Төрөкмән ауылы.
"Иң яҡшы һаҡсы" - Күсеев Ислам, Ниғәмәт ауылы.
"Иң яҡшы бәйләүсе" (связующий) - Хәсәнова Әлфиә, 1 - се Этҡол.
БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Салауат Рәхмәтуллиндың махсус бүләге менән уйынды ойоштороусыларҙың береһе Хәсәнова Әлфиә бүләкләнде.
Бөтә еңеүселәр ҙә Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Сараны музыкаль яҡтан биҙәүсе Ильяс Ҡасҡыновҡа, аш-һыу әҙерләүсе, протокол эштәрен алып барыусылар, ойоштороусылар Айгөл Иҙелбаева, Дилә Хәсәнова, Нәзилә, Римма һәм Гөлйөҙөм Тимербулатовалар, Гөлфиә Сафина, Арслан Барлыбаев, Азат Хамматовтарға рәхмәт белдерәбеҙ.
Ниғәмәт, Байыш, Баймаҡ, Сосновка, Йомаш командалары еңеү өсөн айырыуса тырышлыҡ күрһәтте.
Ярыштан һуң иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды, тип хәбәр итә Өфөнән Шайморат Тимербулатов.
Читайте нас: