Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Февраль 2020, 20:10

Йылымдар финалистар араһында!

"Айыҡ ауыл" республика конкурсында Йылымдар ҙа ҡатнаша. Улар финалистар исемлегенә һайлап алынған. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Финалистар билдәле!
Бөгөн "Айыҡ ауыл" республика конкурсының киләһе этапҡа үткән ауылдар билдәләнде. 15 финалисты проекттың Ойоштороу комитеты ултырышында раҫланылар:
- Асҡын районы, Ҡарткиҫәк ауылы;
- Баймаҡ районы, Йылым ауылы;
- Баҡалы районы, Ҡамай ауылы;
- Бәләбәй районы, Знаменка ауылы;
- Балаҡатай районы, Түбәнге Үтәш ауылы;
- Белорет районы, Ботай ауылы;
- Бөрйән районы, Тимер ауылы;
- Дәүләкән районы, Үрге Көрмәнкәй ауылы;
- Дыуан районы, Һикәяҙ ауылы;
- Дүртөйлө районы, Һыуыҡҡул ауылы;
- Йәрмәкәй районы, Пионерский ауылы;
- Ейәнсура районы, Башҡорт Үргене ауылы;
- Ҡыйғы районы, Мәсәк ауылы;
- Күгәрсен районы, Үрге Мөрсәләй ауылы;
- Учалы районы, Ҡобағош ауылы.
Иң айыҡ ауылды һайлап алыу өсөн тауыш биреү 1 мартта Голос РБ сайтында https://golos.openrepublic.ru/ асыласаҡ. Һәр ауылға уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Читайте нас: