Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Февраль 2020, 17:55

Сәхнәлә - йылымдар!

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #АйыҡАуыл2019#ТрезвоеСело2019 #БаймаҡрайоныЙылымКисә Йылым ауылы халҡы халыҡ ижады үҙәгендә ҙур, бай йөкмәткеле концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.#ҡор

Кисә Йылым ауылы халҡы халыҡ ижады үҙәгендә ҙур, бай йөкмәткеле концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Уларҙың һәр береһен тамашасылар йылы ҡабул итеп, ҙур алҡыштар менән оҙатты. Дәртле бейеүҙәре, моңло йырҙары, өҙҙөрөп гармунда уйнауҙары менән ауылдарында талантлы халыҡ йәшәүен күһәттеләр.

Халыҡ ижади үҙәгендә йылымдар башҡорт милли аш-һыуы, ҡул эштәренән торған бай күргәҙмә әҙерләгән. Ошонда уҡ улар ауылдарының уңған халҡы, йәшәйешен күрһәткән стенд та ҡуйған ине.

Мәғлүм булыуынса, Йылым ауылы “Айыҡ ауыл” район конкурсында еңеү яуланы. Улар бөгөн республика конкурсына әҙерләнә. Йылымдарға уңыштар теләйбеҙ.

Читайте нас: