Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Февраль 2020, 16:50

Баймаҡта бокс буйынса турнир башланды

Ул ике көн дауам итәсәк.#национальныепроекты

Бөгөн Баймаҡта “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Баймаҡтың бокс буйынса беренсе тренеры Константин Сентюринға арналған XVI турнир башланды. Унда Баймаҡ, Сибай, Белорет, Учалы ҡалаларынан, Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән спортсылар ҡатнаша.

Турнирҙы асыу тантанаһында Баймаҡ ҡала биләмәһе хакимиәте Радмир Иҫәнбаев ҡатнашты. Ул спортсыларға һаулыҡ, уңыштар, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар һәм ғәҙел көрәштә еңеүҙәр теләне.

Турнир ике көн дауам итәсәк.

Читайте нас: