Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
19 Февраля 2020, 06:05

Хәсән Юлдашев - өсөнсө!

15 февралдә Өфөлә Афғанстандан Совет Армияһын сығарыуға 31 йыл тулыуға арналған самбо буйынса республика турниры үтте. Баймаҡ намыҫын Таһир ауылынан Хәсән Юлдашев яҡланы. #национальныепроекты

Добавить в предпочтительные источники Google

15 февралдә Өфөлә Афғанстандан Совет Армияһын сығарыуға 31 йыл тулыуға арналған самбо буйынса республика турниры үтте. Унда 2008-2009 йылда тыуған ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡатнашты. Турнирҙа республиканың төрлө ауыл һәм ҡалаларынан яҡынса 200-ләгән спортсы көс һынашты. Баймаҡ намыҫын Таһир ауылынан Хәсән Юлдашев яҡланы. 31 килограмға тиклемге кәүҙә ауырлығы араһында барған ярышта Хәсән өсөнсө урынды яуланы. Х.Юлдашевты был еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм тағы ла спорт өлкәһендә бейегерәк уңыштарға өлгәшеүен теләйбеҙ.