Һаҡмар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Февраль 2020, 12:55

Төмәндән миҙал менән!

Темәс психоневрология интернаты тәрбиәләнеүселәре Төмән ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй махсус Олимпиада спартакиадаһында ҡатнашты һәм ике миҙал менән ҡайтты. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.#национальныепроекты

Темәс психоневрология интернаты тәрбиәләнеүселәре Төмән ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй махсус Олимпиада спартакиадаһында ҡатнашты һәм ике миҙал менән ҡайтты.

Спартакиадала Оксана Матвеева һәм Разифа Хәкимова республика намыҫын яҡлап саңғы ярышындауңыштарға өлгәште. Оксана Матвеева саңғыла 500 метр арауыҡта – беренсе, ә 1000 метр арауыҡҡа йүгереп икенсе урынды яуланы. Разифа Хәкимова 400 метрҙа – 4-се урын, 200 метрҙа 7-се урын алды.

Әйткәндәй, Оксана Матвеева менән Разифа Хәкимова район һәм республика кимәлендәге төрлө спорт ярыштарында даими ҡатнашып, призлы урындар яулай. Афарин, ҡыҙҙар!