Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Февраль 2020, 19:25

Эстафета дауам итә!

Түбәләр менән ҡолсоралар осрашты!#национальныепроекты

Йылым ауылынан старт алған скандинав йөрөш буйынса эстафета дауам итә. Түбә ауылының сәләмәт тормош алып барған бер төркөм ошо көндәрҙә уны Ҡолсора ауыл биләмәһенә тапшырҙы.

Әйтергә кәрәк, эстафетаға ҡушылыусылар һаны артҡандан-арта бара. Бер-нисә йыл был спорт төрө менән шөғөлләнеп, тәжрибә туплағандар ҙа, әле яңы ғына ҡулдарына скандинав таяҡтарын алыусылар ҙа бар. Иң мөһиме – уларҙы сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән маҡсат берләштерә. Шулай итеп эстафета дауам итә. Алда тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ осрашыуҙар көтә.



Читайте нас: