-5 °С
Ҡар
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының спорт залында бик тә үҙенсәлекле ярыш үтте. Студенттар һәм уҡытыусылар һәм урындағы “Хәрби туғанлыҡ” клубының ил сиге һағында хеҙмәт итеүселәр волейбол ярышында көс һынашты. Ярышты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, “Граница” ойошмаһы рәйесе урынбаҫары З.Ф. Хәлитов ҡатнашты. Улар командаларға яҡшы уйын, күтәренке кәйеф теләне.
Ярыш бик көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәлә колледждың егеттәре еңеү яуланы. “Хәрби туғандар” - икенсе, колледждың уҡытыусылар командаһы өсөнсө урынға сыҡты.