Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Февраль 2020, 11:00

Регина - беренсе!

Баймаҡ балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Регина Нурмөхәмәтова Киров ҡалаһында бокс буйынса үткән Волга буйы федераль округы беренселегендә үҙенең кәүҙә ауырлығы буйынса (57 кг-ға тиклем) барған ярышта 1-се раунда уҡ өҫтөнлөк алып, еңеү яуланы. Бының менән ул Рәсәй беренселегенә сыҡты.#национальныепроекты

Баймаҡ балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Регина Нурмөхәмәтова Киров ҡалаһында бокс буйынса үткән Волга буйы федераль округы беренселегендә үҙенең кәүҙә ауырлығы буйынса (57 кг-ға тиклем) барған ярышта 1-се раунда уҡ өҫтөнлөк алып, еңеү яуланы. Бының менән ул Рәсәй беренселегенә сыҡты.

Уҙған йылда Регина бокс буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселегендә, Волга буйы федераль округта ҡатнашып, еңеү яуланы. “Олимпиада өмөттәре” Бөтә Рәсәй ярыштарында бронза миҙалға лайыҡ булды. Рәсәй беренселегендә иһә дүртенсе урынды алды. Регина бокс буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы булып тора. Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы стипендиаты. Афарин, Регина!

Читайте нас: