Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Февраль 2020, 18:35

"Ҡараташ"тар - беренсе!

"Түбә ауылының "Ҡараташ" хоккейсылары Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ҡасабаһы хоккейсылары менән осрашты. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.#национальныепроекты

Түбә ауылының “Ҡараташ” хоккей командаһы Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ҡасабаһында уҙған хоккей турнирында ҡатнашты. Унда “Ҡараташ” һәм Ҡыҙылдың “Ҡыҙыл”, “Обручевка” командалары көс һынашты.

Уйын бик көсөргәнешле барҙы. Шулай ҙа беҙҙең ҡараташтар көслөрәк булып сыҡты. Улар “ҡыҙыл”дар менән барған уйынды - 4х2, ә “обручевка”ларҙы 9х3 иҫәбе менән еңеү яуланы.

Ҡараташ” хоккей командаһы тренеры - Валерий Аксенов. Ул Түбә хоккей командаһы егеттәренән ысын хоккейсылар тәрбиәләргә өлгәшкән. Афарин, “Ҡараташ”тар!


Читайте нас: