+9 °С
Ясна
Сәләмәт йәшәү өсөн, сәләмәтлекте нығыта белергә лә кәрәк, ти Сосновка ауылы халҡы. Бының асылын яҡшы аңлаған ҡатын-ҡыҙҙар саңғыға ла баҫа, скандинав таяҡтарға ла таяна. Ошо көндәрҙә улар “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!” девизы аҫтында скандинав атлауға сыҡты. Ике-өс кенә ҡатын-ҡыҙ башлап ебәргән сарала хәҙер ун һигеҙ ҡатын-ҡыҙ берләшеп, бер командаға тупланды. Уларҙың сафы көндән-көн арта ғына бара. Был спорт төрөнөң файҙаһын яҡшы аңлаған апай-инәйҙәр скандинав атлау менән бик тә яратып шөғөлләнә. Афарин, сосновкалар!