Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Ғинуар 2020, 10:45

Камилла – чемпион!

26 ғинуарҙан 2 февралгә тиклем Киров ҡалаһында Волга буйы федераль округының бокс буйынса беренселеге бара. Дауамы беҙҙең сайтта. #национальныепроекты

26 ғинуарҙан 2 февралгә тиклем Киров ҡалаһында Волга буйы федераль округының бокс буйынса беренселеге бара. Уның тәүге һөҙөмтәләре беҙҙең өсөн тә ҡыуаныслы. Сара Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған. Унда Баймаҡ ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнеүсе Камилла Арғынбаева ла ҡатнашты. Әйткәндәй, Камилла күп йылдар инде тренер Алексей Евстигнеев ҡарамағында шөғөлләнә.

Баймаҡ ҡыҙы беренселектә ҙур оҫталыҡ күрһәтте. Һөҙөмтәлә ул лайыҡлы рәүештә чемпион исемен яуланы. Камилланы ҙур еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ! Тағы ла бейегерәк үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ! Афарин, Камилла!

Читайте нас: