Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Ғинуар 2020, 11:40

Хәрәкәттә - бәрәкәт!

Айыҡ ауыл эстафетаһы - Бикештә! Тулыраҡ беҙҙең сайтта.#национальныепроекты

23 ғинуарҙа Йылым ауылынан старт алган, "Айыҡ ауыл" эстафетаһын Таулыҡай ауыл биләмәһе кисә Бикеш ауыл биләмәһенә тапшырҙы. Ҡарғалы боролмаһында Ҡуянтау, Бикеш, Таулыҡай ауылдарының әүҙем һәм сәләмәт тормош менән йәшәгән осрашты. Таулыҡай ауылы биләмәһе башлығы Фуат Сәитов тантаналы шарттарҙа эстафетаны Бикеш ауыл биләмәһе рәйесе Раушания Камаретдиноваға тапшырҙы.

Сарала ҡатнашыусылар командаларының исемдәрен, девизин әйтеп сәләмләнеләр. Үҙҙәре ижад иткән таҡмаҡтар әйтеп, йырҙар бүләк итеп, иҫтәлеккә фотоға төшөп, күтәренке күңел менән хушлаштылар.

Читайте нас: