Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Ғинуар 2020, 00:45

Афарин, йылымдар!

Бөгөн Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы ҡаршыһында шундай банер барлыҡҡа килде. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.#национальныепроекты

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы ҡаршыһында үҙенсәлекле банер эленде. Унда "Айыҡ ауыл - 2019" конкурсында район буйынса лайыҡлы рәүештә беренсе урынды алған Йылым ауылы һынландырылған. Уның өсөн ошо ауылда тыуып үҫкән, бәләкәй Ватанын өҙөлөп һөйгән йылымдарҙың ул һәм ҡыҙҙары ҙур көс һалған. Улар: Абдуллин Руслан, Әхмәров Иҙел, Әхмәров Йәмил, Рәхмәтуллин Вадим, Рәхмәтуллин Илсур, Кәйекбирҙин Азат, Ишдәүләтов Рәфил, Рәхмәтуллин Ғәзиз, Абдуллин Хәлит, Кәйекбирҙин Шәһит, Кәйекбирҙин Рамаҙан, Кәйекбирҙин Мирза, Кәйекбирҙин Морат, Ишбаев Фәнил, Рәхмәтуллин Зөлфәт, Мерәҫов Ринат, Шагунов Алексей, Гөлйемеш Ишмырҙина, Зөмәрә Нафиҡова, Гөлфирә Хөсәйенова. Ошо уҡ матди ярҙамдан клуб өсөн музыкаль аппаратура ла һатып алғандар. Афарин, йылымдар!
Читайте нас: