Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Ғинуар 2020, 17:30

Сәләмәт быуын - сәләмәт төбәк!

Баймаҡта "Сәләмәт быуын - сәләмәт төбәк" республика фестиваленең төбәк бәйгеһе тамамланды. 18 ғинуарҙа Өфөлә уҙасаҡ республика ярышында Баймаҡ намыҫын яҡлау бурысы кемдәргә һалынды? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Быйыл республикала беренсе тапҡыр "Сәләмәт быуын - сәләмәт төбәк" республика фестивале ойошторолдо. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул урындарҙа ҙур яҡлау тапты. Баймаҡ районы мәктәптәрендә лә был спорт байрамын дәррәү күтәреп алдылар. Проект райондың иң көслө, етеҙ спорт ғаиләһен билдәләргә мөмкинлек бирҙе. Ҡаланың 4-се лицейында фестивалдең төбәк финал уйындары үтте. Унда райондың 14 ғаиләһе көс һынашты. "Күңелле старттар" һынауҙарын уңышлы үткәндән һуң, ошо уҡ белем усағының Нәҙербаевтар ғаиләһе еңеү яуланы. Тап улар Өфөлә Баймаҡ намыҫын яҡлаясаҡ та инде. Нәҙербаевтарға уңыштар теләйбеҙ һәм уларҙы еңеү менән көтәбеҙ!
Читайте нас: