Бөгөн Өфөлә беҙҙең өсөн мөһим тағы ла бер объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип белдерә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Ул – шорт-трек өсөн ябыҡ каток. Ул республика һәм Өфө ҡалаһы бюджеты иҫәбенә сафҡа индерелгән. “Газпром йәмғиәте лә ҙур ярҙам күрһәткән. Әйткәндәй, был спорт үҙәге Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған объекттар исемлегенә ингәйне.
Был база республикала ғына түгел, ә Рәсәй һәм донъя кимәлендәге ярыштарҙы ла ойоштороу һәм уҙғарыу мөмкинлеген асасаҡ. Олимпия чемпионы Семен Елистратов та күнекмәләр уҙғарыу өсөн уның асылғанын ҙур түҙемһеҙлек менән көтә, тип белдерә республика Башлығы. Ысынлап та был объектта бик күп спортсылар тәрбиәләнер, тип көтөлә. Үҙәктә ябыҡ һырғалаҡ, тренажер һәм хореография залдары, сисенеү бүлмәләре, массаж кабинеттары бар.