+2 °С
Ҡар
Өфө ҡалаһында “Динамо” стадионында һәм “Биатлон” спорт комплексында ҡануниәт, башҡарма һәм муниципаль хеҙмәттәре эшмәкәрҙәренең “Хеҙмәт һәм оборонаға әҙер” нормаларын тапшырыу буйынса фестиваль булып үтте. Баймаҡ йыйылма командаһын район хакимиәте, янғын һүндереү һәм суд приставтары тулыландырҙы.
Командалар туғыҙ төрлө һынау тотто. Гимнастика эскәмйәһенә баҫып алға эйелеү, урындан һикереү, пресс, электрон ҡоралдан атыу, гер күтәреү, саңғыла йүгереү, йөҙөү һәм башҡа күнекмәләр буйынса нормаларҙы үтәнеләр. Баймаҡтар һынатманы, бар һынауҙарҙы ла уңышлы тапшырып ҡайтты. Уларҙың күрһәткестәре юғары баһаланды.