Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Август 2019, 17:27

Донъя баҫа мине, донъя!.. Йәки минме бәхетле ҡатынмы?

“Арыным был тормоштан, бүтәнсә йәшәй алмайым. Эскән мыжыҡ ир, көн дә ҡабатланған бер үк эш, донъя мәшәҡәттәре ялҡытты. Хатта үҙ-үҙемде ҡарарға ла ваҡытым ҡалмай. Училищела уҡып йөрөгән ваҡытта төшкән фотома ҡарайым да аптырайым. Ҡайҙа инде ул хәҙер миңә шулай үҙемде ҡарап йөрөтөү. Прическа эшләтеү түгел, хатта сәсемде тарарға, көҙгөгә ҡарарға ла ваҡытым юҡ. Кеше араһында йөрөр инем, бәләкәй генә ауылда эше лә юҡ бит, исмаһам.

Көн дә йорт, баҡса, һарай – ошо өсмөйөш тирәләй уралам да уралам. Тәтемәй ул миңә ял. Малдарымды ташлап ҡайҙа ғына китәйем инде, эскән ир хәҙер донъяңды юҡҡа сығара. Кешенең ҡайҙа нисек ял иткәнен тыңлағым да, хатта телевизорҙан күргем дә килмәй. Ауыл бисәләре стрестарын бергә йыйылып араҡы менән “баҫа”, шулай әҙерәк онотолоп алабыҙ, тиҙәр. Үтмәй ул миңә араҡы, шуға улар йәмғиәтендә йөрөй алмайым. Балаларыма, әсәйегеҙ эскесе, тип әйтеүҙәренән ҡурҡам. Арыным… Аптырап ҡуям хатта. Йән аҫрар, тамаҡ туйҙырыр өсөн генә йәшәйме икән ни әҙәм балаһы. Өйҙә ултырған хужабикә булһам да, эш көнөм иртәнге алтынсы яртыла башлана. Сөнки таңғы етелә киткән көтөүгә һыйырҙарыңды һауып өлгөртөргә кәрәк. Көтөүҙе ебәргәс, һөттө эшкәртергә тотонаһың. Уны бөткәнсе ихатаңдағы ҡош-ҡортоң көтөп тора, ғаиләңә ашарға бешерәһең, йыуаһың, йышаһың, баҡсаңда сүп утайһың. Бер ял күрмәй, эшлә лә эшлә… Шул тиклем китаптар уҡығым килә, почтанан алдырған журналдарымды, район үҙәгенән алып ҡайтҡан китаптарымды уҡып сығырға ла ваҡытым юҡ. Ашауымды онотһам, онотам, барыһына ла өлгөрөргә тырышам. Шул булдымы тормош?! Йәшәүемдең бер мәғәнәһен дә тапмайым, балалар ғына тота был тормошта. Донъя йөгөн тартҡан ауыл ҡатындары, һеҙ минең осраҡта нимә эшләр инегеҙ? Күңелде яман уйҙар баҫһа, нимә эшләргә? Люциә.”
Ҡулыма ошондай хат килеп эләкте. Беҙгә, ҡәләм оҫталарына, журналист ҡына түгел, күп осраҡта сәйәсәтсе, иҡтисадсы, юрист, социолог, психолог та булырға тура килә. Ләкин был хатҡа яуапты психолог Альмира Исхаҡова менән әҙерләргә булдыҡ. Сөнки эргә-тирәбеҙҙә шундай тормош ауырлыҡтары алдында юғалып ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күп. Уларға мотлаҡ профессиональ психологтың кәңәше талап ителә.
- Альмира Рамаҙан ҡыҙы, был хатты уҡып сыҡҡас, ниндәй уй-фекерҙәрегеҙ тыуҙы?
- Әлбиттә, иң тәүҙә уға ҡарата йәлләү хисе кисерәбеҙ. Ә нисек йәлләмәҫкә? Кеше йәшәү сигенә еткән, тормош уға йәмле түгел, көндәлеге уға һоро һәм күңелһеҙ. Һәм ул кәңәш һорап яҙған.
- Уға ниндәй ярҙам күрһәтергә мөмкин?
- Ысынында ла нимә теләй ул? Ҡатын бармаҡ шартлауы менән йәшәйешенең үҙгәреүенә өмөт итә. Иренең эсеүенән туҡтауын, тормошоноң сағыу төҫтәргә буялып, тик шатлыҡ биреүен теләй. Ләкин ул бөтә үҙгәрештәрҙең иң беренсе үҙенән башланырға тейешлеген онота. Ә ул үҙендә үҙгәреү теләге менән янмай, ә йәшәйешенең тылсымлы таяҡ һелтәүе менән үҙгәреүен теләй, шулай булһа, ул үҙенән – үҙе бәхетле булып китер тип уйлай. Әммә был – хаталы фекер. Сөнки ул беренсе сиратта тормошондағы бар ҡыйынлыҡтарҙа, ғазаптарҙа әйләнә-тирәне, эш юҡлыҡты, иренең эскелеген һ.б. ғәйепләй.
- Люциәнең дә хатында “арыным был тормоштан, бүтәнсә йәшәй алмайым. Эскән мыжыҡ ир, көн дә ҡабатланған бер үк эш, донъя мәшәҡәттәре ялҡытты...”, тигән юлдар бар...
- Эйе, бер төрлө тормош һәр кемде ялҡытырға мөмкин. Ләкин миллионлаған кеше шулай йәшәй, әммә бәхетле булырға форсат таба. Тимәк, эш бөтөнләй бер төрлөлөктә түгел, ә уға булған мөнәсәбәттә. Люциә бер ҙә “бүтәнсә улай йәшәй алмайым” тимәй, был үҙгәрергә ынтылыш булыр ине. Ул тормошто идеаллаштыра, уныңса бәхетлеләр көн һайын сағыу кисерештәр кисереп, кинәнгәнсе ял итеп, мәшәҡәттәрһеҙ йәшәй тип уйлай. Бәхет ул күңел торошо. Ул тышҡы факторҙарға бәйле түгел. Бәхет ул тик эске булмыштан тора.
- Уның “училищела уҡып йөрөгән ваҡытта төшкән фотома ҡарайым да аптырайым. Ҡайҙа инде ул хәҙер миңә шулай үҙемде ҡарап йөрөтөү. Прическа эшләтеү түгел, хатта сәсемде тарарға, көҙгөгә ҡарарға ла ваҡытым юҡ...” тигән юлдарына нимә тип әйтер инегеҙ?
- Был инде бары ялҡаулыҡ. Бүтәнсә быны атап булмай. Мин ауылда йәшәп, ҡура тулы мал аҫрап, эшкә лә йөрөп, бала ла ҡарап, әммә үҙен ҡарап, тәрбиәләп торған гүзәл заттарҙы беләм. Сәс тарау өсөн күп ваҡыт кәрәкмәй.
- “Кеше араһында йөрөр инем, бәләкәй генә ауылда эше лә юҡ бит, исмаһам. Көн дә йорт, баҡса, һарай – ошо өсмөйөш тирәләй уралам да уралам. Тәтемәй ул миңә ял...” тигән юлдар ҙа бар...
- Әлбиттә, ауылда ҡатын-ҡыҙҙарға эшкә урынлашыу мөмкинлеге әҙ. Йорт мәшәҡәттәре менән булып, тормош ағышынан төшөп ҡалғандай. Кеше социаль йән эйәһе, булмышыбыҙҙы раҫлау өсөн беҙ аралашыуға бик мохтажбыҙ, шуның өсөн дә беҙ дуҫтар эҙләйбеҙ, аралашып һөйләшер кешең булмаһа, үҙе бер ғазап. Люциә өсөн, күрәбеҙ, кеше араһына сығырға тип янһа ла, ҡыймай. Сөнки ул үҙ тормошонан ояла. Иренән ояла. Ә һуңғыһына барыбер. Ул эсеп, күңелен баҫып тик йөрөй. Ә ни эшләп йөрөмәһен, йорт эсендәге бар эште ҡатын эшләй, эскән өсөн әрләнһә лә, ашатыла, өҫтө йыуыла, бысрағы таҙартыла, бөтә проблемалар уның өсөн хәл ителә, уға баш ҡатырырға ла кәрәкмәй. Бер ни өсөн ул яуаплылыҡ тоймай. Уның өсөн барыһын да ҡатыны хәл итә. Люциәнең тағы бер хатаһы – аңлы рәүештә ир башҡарырға тейеш вазифаларҙы үҙ өҫтөнә алыуы, иренең эскәненә эстән күнмәһә лә, тыштан күнеүе.
- “Малдарымды ташлап ҡайҙа ғына китәйем инде, эскән ир хәҙер донъяңды юҡҡа сығара”, - ти ул...
- Малдарын ул үҙенә ҡарағанда өҫтөнөрәк ҡуя, уға малы, донъяһы йәл, тик үҙе түгел. Балаларын да йәлләмәй ул, әгәр улар хаҡында уйлаһа, күптән эскән ирҙән ҡасыр ине, сөнки бәхетһеҙ ата-әсәйҙе, уларҙың ирешкәнен, һуғышҡанын күреү балаларҙың күңеленә уңалмаҫ йәрәхәт һала. Улар ғаиләнең шул моделенә күнегә, һәм үҫеп ғаилә ҡорғас, тап шундай мөхитте үҙ итәсәк. Миҫалдар донъя.
Люциә һымаҡ ҡатын-ҡыҙҙарға бер һыҙат хас – улар һәр ваҡыт үҙенең теләктәрен һуңғы рәткә ҡуя. Үҙҙәренең һанланмауы уларға бөтмәҫ ғазап килтерһә лә, улар бик оҙаҡ эскән иренән йәберләүгә түҙергә әҙер. Ни өсөн?! Сөнки шулай ҡорбан позицияһы бик уңайлы, бар булдыҡһыҙлығыңды, көсһөҙлөгөңдө, ихтыярһыҙлығыңды шуның менән аҡларға мөмкин. Икенсенән, ундай ҡатындар иренең үҙгәреренә һис шикһеҙ ышана, уның эскәненә үҙен ғәйепле тоя. Ә бит ысынында ирен эсеүҙән бер нисек тә күндерә алмаясаҡ, бер ҡасан да, ләкин быны таныу Люциә кеүектәргә үлемгә тиң. Һәм шуға ҡарашты йүнәлтәһе ине: Люциә үҙе эсергә теләмәй. Тик үҙе эсергә теләмәгәндән түгел, ә “эскесе” тигән хурлыҡлы исемде йөрөтмәҫ өсөн генә.
- “Ауыл бисәләре стрестарын бергә йыйылып араҡы менән “баҫа”, шулай әҙерәк онотолоп алабыҙ, тиҙәр. Үтмәй ул миңә араҡы, шуға улар йәмғиәтендә йөрөй алмайым...”
- Эскесе ир менән ҡатын биш йылдан артыҡ йәшәһә, унда невротик сирҙәр барлыҡҡа килергә мөмкин, ә инде ун йылдан һуң – гипертония, стенокардия кеүек етди ауырыуҙарға ла юлығыуы бар. Иренең тәртибе өсөн яуаплылыҡ алып, ул һаулығы менән түләй: йоҡоһо насарая, ашауы боҙола, бар уйҙары уның хәләл ефете бөгөн ниндәй ҡиәфәттә ҡайтыуы хаҡында уйлай, кәйефе тап шуға бәйле була башлай. Ире эсмәһә - һәйбәт, эсһә - насар: ул хистәренә ул үҙе хужа түгел. Был, әлбиттә, яҡшыға килтермәй. Балаларының тормошо ла ҡыуаныслынан түгел. Эскән атайҙан уларға ла эләгергә мөмкин: әсәй ҙә бер ҡасан да ҡәнәғәт түгел. Ҡайҙа инде ул уларға наҙ, иғтибар, ихлас һөйләшеүҙәр: әсәйҙә - атай ҡайғыһы, атайҙа – шешә ҡайғыһы. Балалар бәләкәйҙән эмоциональ яңғыҙлыҡҡа дусар ителә. Был, әлбиттә уларҙың психик шәхесенә насар йоғонто яһай, төрлө комплекстарҙың яралыуына булышлыҡ итә. Артабан Люциә ни яҙа?
- “Йән аҫрар, тамаҡ туйҙырыр өсөн генә йәшәйме икән ни әҙәм балаһы. Өйҙә ултырған хужабикә булһам да, эш көнөм иртәнге алтынсы яртыла башлана. Сөнки таңғы етелә киткән көтөүгә һыйырҙарыңды һауып өлгөртөргә кәрәк... Бер ял күрмәй, эшлә лә эшлә… “
- Иң тәүҙә һорайһы килә: ниндәй тормош көтәһең килә һинең, Люциә? Мал, ҡош-ҡорт ҡарағың килмәһә, ниңә тотаһың? Мәҫәлән, беҙ тотмайбыҙ. Әйтәләр ул, ауылда торғас, малһыҙ нисек йәнәһе. Ләкин әгәр миңә малды ҡарау негатив тойғолар тыуҙыра икән, ниңә мин үҙемде көсләргә тейеш? Мин шуны әйтергә теләйем: кешене нимәнелер эшләргә бер кем дә көсләй алмай. Ләкин беҙ күп осраҡта эшләйбеҙ: сөнки эҙемтәләренән ҡурҡабыҙ. Кеше ни әйтер тибеҙ? Яуаплылыҡ та самалы бит инде. Ашарға бешергең килмәйме, үҙең дә, яҡындарың ас ҡаласаҡ. Өҫтөңдө йыумаһаң - бысраҡ кейемдә йөрөргә тура киләсәк. Баҡсаңды утамаһаң - сүп баҫасаҡ. Теләмәйһеңме – эшләмә, ләкин эшләмәгәнең өсөн бар яуаплылыҡ үҙ өҫтөңдә. Ләкин зарланырға сәбәп булмаясаҡ: ял ит рәхәтләнеп. Ә беҙҙең кешеләр зарланырға ғына шәптәр: тормош насар, ҡояш күргән юҡ, мин ҡалай бәхетһеҙ, мине йәлләгеҙ, ы-ы-ы-ы... үкереп иларға тотоналар... Ә тормоштарын үҙгәртергә һис тә теләмәйҙәр, ҡорбан булыу анһат бит. Сөнки яңы тормош башлар өсөн күп көс, энергия түгергә, билдәһеҙлеккә аҙым яһарға, ниһайәт, яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алырға кәрәк. Ҡорбан психологияһына эйә булғандар быға әҙер түгел. Люциә лә шулар иҫәбенә инә.
- “Шул тиклем китаптар уҡығым килә, почтанан алдырған журналдарымды, район үҙәгенән алып ҡайтҡан китаптарымды уҡып сығырға ла ваҡытым юҡ...”
- Ни өсөн кешеләр китап уҡый? Кемдер рухын байытыр, уйланыр өсөн уҡыһа, кемдер ваҡыт үҙгәрер өсөн генә китапты ҡулына ала. Ә ни өсөн Люциәнең китап уҡығыһы килә? Үҙбаһаһын күтәрер өсөн генә. Сөнки уның китап уҡыған кеше – яҡшы кеше тигән стереотип һалынған. Сөнки әгәр уның ысынлап та китап уҡығы килһә, ул уҡыр ине, ә ысынбарлыҡта уны китаптар ҡыҙыҡһындырмай, уны тик ире бөгөн эсеп ҡайтырмы-юҡмы – шул ҡыҙыҡһындыра. Шуға ла уның был теләге шиккә һала мине. Ғөмүмән, Люциә кеүектәр барыһы ла түбән үҙбаһалы булыуы менән айырыла. Улар үҙҙәрен ҡәҙерләмәй. Үҙ теләктәре, мохтажлыҡтары, маҡсаттары менән йәшәмәй. Маҡсаттары ла юҡ уларҙың, хыялдары ла. Дөрөҫөн әйткәндә, маҡсаты, хыялы бер: ире генә эсмәһен! Ә башҡаһы – елгә! Әммә был осраҡта ла ул хыял икенсе кеше менән бәйле: ә үҙенә генә бәйле хыялы юҡ кимәлдә. Башҡалар өсөн йәшәү – маҡтаулы бит, мин үҙемде икенсе кеше өсөн ҡорбан итәм – мин шәп, мин ниндәй изге кеше. Алкоголик ҡатыны үҙбаһаһын шулай күтәрә. Сөнки бүтән төрлө ул белмәй. Эскән ирҙән ул шулай психологик файҙа ала. Әммә был хәбәрҙе һин уға әйт: йөҙөңдө йыртасаҡ. Улар бер ҡасан да был хәҡиҡәтте танымаясаҡ.
- “Шул булдымы тормош?! Йәшәүемдең бер мәғәнәһен дә тапмайым, балалар ғына тота был тормошта”
- Һуң балалар ғына тотҡас, улар өсөн йәшә. Тик улар бының өсөн рәхмәт әйтмәйәсәк. Тимәк, балалар өсөн генә йәшәргә ярамай. Кеше иң беренсе үҙе өсөн йәшәргә тейеш, иң тәүҙә үҙен бәхетле итергә тейеш. Тик шул осраҡта ғына ул башҡаларҙы бәхетле итә аласаҡ. Бәхетһеҙ әсәй тик бәхетһеҙ балалар үҫтерәсәк, һәм улары үҫкәс уны бәхетһеҙ булыуында ғәйепләйәсәк. Парадокс: әммә шулай – балалар өсөн генә йәшәү дөрөҫ түгел. Беҙ, ата-әсәйҙәр уларға үҫергә, донъя танырға, нимә яҡшы, нимә насар икәнен өйрәтергә тейешбеҙ. Ә нисек йәшәргә, кем булырға - улар үҙе һайлаһын. Балалар тип, ата-әсә үҙен ҡорбан итергә тейеш түгел. “Йәшәүемдең мәғәнәһен тапмайым,”- ти Люциә. Ниндәй мәғәнә эҙләй ул? Мин аптырайым шулай тип әйткәндәргә. Башҡалар таба бит, нисек булһа ла йәшәргә тырышалар. Мин, мәҫәлән, параолимпийсылар менән һоҡланам: аяҡһыҙ, ҡулһыҙ ниндәй үрҙәргә ирешә улар. Бер ҙә илап ултырмайҙар. Тимәк томошта үҙеңә ярашлы мәғәнә эҙләргә кәрәк. Күңелдә “мин булдыра алам!” тигән ышаныс күңелдә тыуҙырырға кәрәк. Люциәгә иң беренсе кәңәш шул. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү – иң еңел ысул. Тағы иғтибарҙы шуға ла йүнәлтәһе ине. Ҡайһы бер психологтар алкоголизмды бер уйын формаһы кеүек күрә: төп рольде әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ уйнай. Кис ул – “ҡотҡарыусы”: ирен эскән еренән һөйрәп алып ҡайта, уны эҙләй, сисендереп йоҡларға һала, балаларына тауышланмаҫҡа ҡуша. Иртән иһә ул - “эҙәрлекләүсе” ролен башҡара: эскәне өсөн ирен әрләй, игәй. Икенсе төрлө вариант та бар: төндә эскән ир менән көрмәкләшеү, һуғышыу, иртән иһә башы ауыртҡан ирен йәлләү, ашатыу, дауалау һ.б. Һәр осраҡта иренең үҙенең өҫтөнән яуаплылыҡты ауҙарып, бәләкәй бала булғыһы килә... Ә ҡатын – эш боҙған ирен әрләй, иркәләй. Шуның менән уның эскегә булған ынтылышын үҙе лә һиҙмәҫтән ҡеүәтләй булып сыға. Тимәк, Люциәгә тап ошо ролдәрҙән арынырға кәрәк. Был икенсе кәңәш. Өсөнсөнән, нисек булһа ла үҙең өсөн ваҡыт табырға кәрәк. Яратҡан эшең менән шөғөлләнергә, йә булмаһа, бер нәмә эшләмәйенсә бер ярты сәғәт, бер сәғәтме, оҙағыраҡ булһа тағы ла шәп – берәй фильм ҡарап алырға, күрше ҡатынға инеп ләстит һатып алырға (тик зарланмаҫҡа, ирҙе әрләмәҫкә!). Үҙеңде ни менән булһа ла көн һайын ҡыуандырыға өйрәнергә кәрәк: шоколадмы, тортмы (тик мауыҡмаҫҡа!), яңы кейемме... Варианттар бихисап! Һеҙҙең быға хаҡығыҙ бар! Һәм ирегеҙ тураһындағы уйҙарҙы кәметергә кәрәк. Эсһә - уның намыҫында: эҙләмәгеҙ, әрләмәгеҙ, иркәләмәгеҙ, бер ни һорашмағыҙ. Мөмкин буһа бер аҙға ҡайҙалыр сығып китегеҙ. Әйҙә ул, үҙенең шешәһе менән икәүҙән-икәү ҡалһын. Дүртенсенән, тормоштоң матурлығын танырға, унда үҙегеҙҙең генә урынығыҙ булыуын һәм шул донъяны матурларға һеҙҙең дә мөмкинлегеҙ, хаҡығыҙ булыуын танығыҙ. Был ике икең дүрт тигән хәҡиҡәт һымаҡ. Билдәле психиатр-нарколог, ғаилә психологы Валентина Москаленконың тап һеҙҙең проблемаға бағышланған китаптары бар. Шуларҙы табып уҡығыҙ. Бына шундай кәңәштәр бирер инем Люциәгә. Уның ҡайһы бер һүҙҙәренә ҡаты бәрелдем, ғәфү итер, тип уйлайым: әммә уға иллюзияларҙан арынырға ваҡыт. Ире хәмерҙән иҫерек, ә ул – шул иллюзиялар, идеалдар, буш өмөттәрҙән арына алмай. Кәңәш биреүселәр күп булыр, тик уларға ҡолаҡ һалыу бер эш, ә бына тормошоңдо үҙгәртеүгә ысынлап тотоноу – икенсе. Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда.
- Альмира Рамаҙан ҡыҙы, матур, төплө кәңәштәрегеҙ өсөн рәхмәт! Ә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйбеҙ!
Читайте нас: