Һаҡмар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Май 2019, 19:38

Ҡуянтау-Баймаҡ араһы, йүгереп кенә уҙаһы...

Һәр йыл 9 май – Еңеү көнөнә арналып, Ҡуянтау-Баймаҡ араһында йүгереү уҙышы уҙғарыла. Унда мәктәп уҡыусылары, студенттар, спорт һөйөүселәр – йәше-ҡарты берҙәй булып старт һыҙығына теҙелә. Быйыл был марафонда 200-ләп кеше ҡатнашты. Улар араһында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та ҡатнашты.

Һәр йыл 9 май – Еңеү көнөнә арналып, Ҡуянтау-Баймаҡ араһында йүгереү уҙышы уҙғарыла. Унда мәктәп уҡыусылары, студенттар, спорт һөйөүселәр – йәше-ҡарты берҙәй булып старт һыҙығына теҙелә.
Быйыл был марафонда 200-ләп кеше ҡатнашты. Улар араһында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та ҡатнашты.
Сараны район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев асып: “Йыл да беҙ был марафонда Бөйөк Еңеүгә һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ихтирам һәм иғтибар күрһәтәбеҙ”, -- тине. Ә Зариф Зәкир улы йүгеректәргә уңыштар теләне.
Шулай итеп, 11 йәшкә тиклемгеләр араһында 1-се урынды Инсаф Бурһыҡбаев менән Юлия Сәғәҙәтова, 2-се урынды Данис Сафин менән Нәргизә Йортбәкова, 3-сө урынды Тимур Сафин менән Ләйсән Ишмырҙина алды. 12-17 йәшлектәрҙән 1-се урын Ғәҙел Булатов менән Айгөл Уйылданова, 2-се урын Ибраһим Байсурин менән Зөһрә Ҡөләмбәтова, 3-сө урын Динислам Әһлиуллин, Имангөл Әйүпова һәм Гүзәл Дәүләтбаева бирелде.
18-35 йәшлектәр араһында 1-се урынға Рәмзил Булатов менән Гөлдәриә Салихова, 2-се урынға Вадим Сәғәҙиев менән Фирүзә Ишемғолова, 3-сө урынға Ильяс Абдрахимов менән Гөлгенә Солтанғолова лайыҡ булды. 36-50 йәшлектәр араһында 1-се урынды Рәйфә Яҡупова менән Рәфис Вәлиев, 2-се урынды Гөлфинә Йәғәфәрова менән Илшат Хәмитов, 3-сө урынды Миләүшә Әхмәтйәнова яуланы. 51 йәштән өлкәндәр араһында 1-се урынды Алһыу Байегетова менән Фәттах Иҫәндәүләтов, 2-се урынды Хәйҙәр Моталлапов, 3-сө урынды Зариф Байғусҡаров алды.
Э.Кейекҡужина.