Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Апрель 2019, 17:48

Спорт һәм яҡты хәтирәләр

“Октябрь Байрағы” гәзитенең бай тарихы, әлбиттә, уның берҙәм, уңған хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйле. Бөйөк Ватан һуғышында сынығыу алған ҡәләм оҫталары З.З. Артыҡаев, В.Б. Буранбаев, Б.А. Сәмиғуллиндар айырым урын биләй.

“Октябрь Байрағы” гәзитенең бай тарихы, әлбиттә, уның берҙәм, уңған хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйле. Бөйөк Ватан һуғышында сынығыу алған ҡәләм оҫталары З.З. Артыҡаев, В.Б. Буранбаев, Б.А. Сәмиғуллиндар айырым урын биләй.
РФ-тың һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сәғит Мифтахов исемендәге премия лауреаты, “Октябрь Байрағы” гәзитенең баш мөхәррире (1953 – 1984 йылдар) Борхан Сәмиғуллиндың яҡты иҫтәлеге халыҡ хәтерендә мәңгелек урын алған. Ул 1924 йылдың 17 ғинуарында Юлыҡ ауылында донъяға килгән. Мәктәпте тамамлағас, Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә. 1942 йылда ошонда уҡ хеҙмәт юлын башлай. Күп тә үтмәй, һуғышҡа алына. Фронтҡа 1943 йылдың авгусында инә һәм Бөйөк Еңеүгә тиклем ҡулынан ҡоралын ташламай. Ике тапҡыр яралана. Батырлыҡтары өсөн миҙалдар менән бүләкләнә. Уларға тағы ла журналистика өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн бирелгән наградалар өҫтәлә.

Ошо көндәрҙә “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Борхан Абдулла улының яҡты иҫтәлегенә арналған мини-футбол буйынса ярыш үтте. Әйтергә кәрәк, матур традицияға ингән был сарала йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны арта бара. Быйыл унда ете: Баймаҡ, Сибай, Өфө ҡалаларынан, Темәс ауылынан, Белорет, Хәйбулла, Әбйәлил райондарынан командалар ҡатнашты. Сараға район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, район Советы рәйесе Динара Сәйғәфәрова, Борхан Абдулла улының “Октябрь Байрағы” редакторы булараҡ данлы юлын дауам итеүсе Ғәлимйән Баймырҙин, Б.Сәмиғуллиндың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм башҡалар саҡырылғайны. Почетлы ҡунаҡ - танылған Рәсәй хоккеисы, һөжүмсе, Рәсәй чемпионы һәм Гагарин Кубогы призеры Игорь Григоренконың ҡатнашыуы ярышҡа тағы ла мәртәбә өҫтәне.

- Борхан Абдулла улының ҡанаты аҫтында эшләүебеҙ менән бәхетле булдыҡ, - тине матбуғат ветерандары Ғәлимйән Баймырҙин, Рәшит Үтәев, Мөнир Маннапов яҡты хәтирәләре менән бүлешеп. - Ул изге күңелле, ярҙамсыл, шул уҡ ваҡытта талапсан да, ғәҙел дә етәксе булды.

Ә ярыш бик көсөргәнешле барҙы. Уйын һөҙөмтәһе буйынса әбйәлилдәр еңеүсе булып танылды. Темәстәр – икенсе, Өфө футболсылары өсөнсө урынды яуланы. Призер-командалар Почет грамоталары һәм миҙалдар менән бүләкләнде. “Иң яҡшы һөжүмсе” номинацияһында Асҡарҙан Альберт Буранбаев танылды. Уның яҡташы Рамаҙан Усманов “Иң яҡшы һаҡсы” булараҡ билдәләнде. “Иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы” исеме Темәстән Артем Сөләймәновҡа бирелде. Тамашасылар һөйөүен яулаған Марсель Ибраһимовҡа (Баймаҡ) махсус приз тапшырылды.
Читайте нас: