Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Апрель 2019, 17:35

Күрше ҡыҙы – Регина

Регина Нурмөхәмәтова - күршебеҙ Роза һәм Риф Нурмөхәмәтовтарҙың ҡыҙы. Беҙҙең күҙ алдында үҫә. Сәләмәт тормош алып барған ғаилә спорт менән дуҫ. Шуның өсөн Регинаның егеттәргә хас спорт төрөн үҙ иткәненә аптырарға ла кәрәкмәй.

Регина Нурмөхәмәтова - күршебеҙ Роза һәм Риф Нурмөхәмәтовтарҙың ҡыҙы. Беҙҙең күҙ алдында үҫә. Сәләмәт тормош алып барған ғаилә спорт менән дуҫ. Шуның өсөн Регинаның егеттәргә хас спорт төрөн үҙ иткәненә аптырарға ла кәрәкмәй.
Ғаилә башлығы “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һында токарь, ә хужабикә үҙәк ҡала дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Улар йыл да район һәм ҡала кимәлендә уҙған “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” ярышында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Уҙған йылда ла улар “Спортсы ғаилә” номинацияһында билдәләнгәйне.
Регина ҡалабыҙҙың 1-се мәктәбенең 9-сы класында уҡый. Бокс менән ике йыл шөғөлләнә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ныҡышмал ҡыҙҙың уңыштары ла ярайһы яҡшы ғына. Ошо көндәрҙә ул Анапа ҡалаһында 15-16 йәшлек ҡыҙҙар араһында үткән бокс буйынса Рәсәй беренселегендә ҡатнашты. Уның кәүҙә ауырлығы категорияһында илдең төрлө төбәктәренән 17 спортсы һынау тотҡан. Сәмле һәм көсөргәнешле алышта Беҙҙең Регина дүртенсе урынды яулаған. Шуның менән ул Рәсәйҙең йыйылма командаһы составына инде. Афарин!
Был Регинаның тәүге еңеүе түгел. Боксты үҙ иткән ҡыҙ ошоға тиклем Бөтә Рәсәй ярыштарында – икенсе, Волга буйы федераль округында – беренсе, “Бөтә Рәсәй Олимпия өмөтө” ярышында өсөнсө урынды яулай. Башҡортостан беренселегендә һәр саҡ ҙур уңыштар яулай. Йәш спортсыны төрлө йылдарҙа Дастон Рөстәмов, Алексей Евстигнеев, Ғәйфулла Сарин кеүек юғары категориялы тренерҙар өйрәтә. Регина тренерҙарының өмөтөн аҡлай.
Ныҡышмал, маҡсатына ынтылыусан, көслө ихтыярлы Баймаҡ ҡыҙына артабан да оло еңеүҙәр һәм алда торған дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: