Айыу менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килһә, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы урман хайуаны менән осрашыу тәртибен күҙәтергә ҡуша.
– Ғәҙәти хәлдә йыртҡыстар кешегә һөжүм итергә теләмәй, шуға күрә үҙегеҙҙең барлығығыҙҙы алдан иҫкәртергә кәрәк. Был теләһә ниндәй тауыш булыуы мөмкин, шул саҡта януар һеҙҙең урманда икәнлегегеҙҙе алдан асыҡлай ала, өҫтәүенә, күҙмә-күҙ осрашмайынса ла, кеше барлығын тоя, шуға ситкә китә ала, – тип аңлата белгестәр.
Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, мөмкин булғанса йыртҡыс йәнлектәр йәшәгән урындарҙа яңғыҙ булырға ярамай. Был уларға һеҙҙең яҡында йөрөүегеҙҙе алдан тойоу мөмкинлеген бирә, шуға ла януарҙың һөжүмгә этәргес сәбәптәрҙе кәметә. – Хәрәкәт иткәндә, хайуанды күҙәтеү һәм ваҡытында асыҡлау өсөн, ҡуйы ҡыуаҡлыҡтарҙан, елле ағастарҙан ситкәрәк китеү яҡшы. Әгәр һеҙ айыуҙы, бигерәк тә балаһын күрһәгеҙ, уға яҡынлашырға, фото һәм видео төшөрөргә, ашатырға ярамай, сөнки эргәлә айыу булыуы ихтимал, – тип иҫкәртәләр ведомствонан.