

Бөгөнгө һүҙебеҙ һөнәренә үҙенең ун һигеҙ йыл ғүмерен бағышлаған 1-се Этҡол ауылы китапханасыһы Гөлсинә Ҡасҡынова хаҡында. Уның китапханаһына килеп инеү менән бөхтәлеккә, таҙалыҡҡа иғтибар итәһең, һәр әйберҙең урынлы ғына булыуына, тәҙрә төптәрендәге гөлдәрҙең сәскәгә күмелеп ултырыуына һоҡланаһың. Гөлсинә Шәһит ҡыҙы китап уҡыусыларын йылмайып ҡаршы ала, һәр береһенә кәрәкле һүҙен таба белә. Белемле, киң ҡарашлы, үҙ эшен төплө белгән белгес ауылдаштары, коллегалары алдында хаҡлы абруй яулаған. Китап фондын энәһенән-ебенәсә белгән хеҙмәткәр уҡыусыһына кәрәкле китапты тиҙ генә ҡарап алып бирә, ҡыҙыҡһыныуына тап килтереп кәрәкле әҙәбиәт тәҡдим итә.
Коллегабыҙ китапхана эшмәкәрлегенә яңыса үҙ ҡарашы булған белгес тә. Саралар үткәреү, бәйгеләрҙә ҡатнашыу йәки китап күргәҙмәһе әҙерләү булһынмы - һәр эшкә ижади ҡарай. Китапханала уңайлылыҡ, йылылыҡ булдырып, ауылдаштары аралаша торған ысын мәҙәниәт усағына әйләндергән. Китапханасыларҙың эше күп яҡлы: улар китап күргәҙмәләре, яңы әҙәбиәт менән танышыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, әҙәби һәм тематик кисәләр, ижад кешеләре менән осрашыуҙар ойоштора. Бынан тыш ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто, мәктәп, балалар баҡсаһы менән берлектә ауыл һәм район кимәлендә уҙғарылған сараларҙың уртаһында ла китапханасылар ҡайнай. Гөлсинә Шәһит ҡыҙы күрше Ғәҙелбай ауылынан йөрөп эшләүенә ҡарамаҫтан, төп эшенән тыш йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем. Ауыл ниндәйҙер проектта ҡатнашһынмы, һайлауҙар, өмә уҙғарһынмы, МХО-ға ярҙам ойошторһонмо - Гөлсинә Шәһит ҡыҙы уның уртаһында. Ғәҙелбайҙағы китап уҡыусыларын да онотмай юл ыңғайы китаптар, матбуғат алып килә.
Матурлыҡты күрә һәм уны тыуҙыра белгәнгәлер уның проект эше лә ошо юҫыҡҡа бәйле. «Территория волшебства» исемле проект сиктәрендә балалар менән төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. Улар күңеленә асҡыс табып, һәр үткәрелгән сараға ижади ҡарай.
Быйыл март айында Гөлсинә Шәһит ҡыҙы яҡташы - яҙыусы, шағирә Фирүзә Абдуллинаның күрмәлекле юбилейы уңайынан ауылда уҙған әҙәби кисәне уҙғарыуға тос өлөш индерҙе, ауыл хакимиәте, мәктәп коллективы, ауылдаштары менән берлектә матур сара ойошторҙо.
Коллегабыҙ тормош иптәше Мөрит Хәмитйән улы менән матур ғаилә ҡорғандар. Ысынъяһау донъяһында гөл-сәскәләргә күмелеп донъя көтәләр. Өс балаға ғүмер биргәндәр.
Ғөмүмән, Гөлсинә Шәһит ҡыҙы үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ, ныҡышмалылыҡ, оҫталыҡ менән башҡарыусы ысын китапханасы. Донъя күргән һәр яңы китапты, яҙыусылар һүҙен халыҡҡа еткереү өсөн һалған сауаплы хеҙмәтегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм Бөтә Рәсәй китапханалар көнө менән ҡотлайбыҙ!
Мәрйәм Байрамғолова, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы бүлегенең баш белгесе