

Ишей ауыл мәҙәниәт йортонда йыл һайын үткәрелгән" Дарыу үләндәре" брендлы сара булып уҙҙы.Сара ла мәктәп уҡыусылары, ағинәйҙәр, ҡатын- ҡыҙҙар ҡатнаштылар. Беҙҙең тәбиғәтебеҙ - тиңһеҙ хазина.Хатта "Ҡыҙыл китап" ҡа индерелгән шифалы үләндәр ҙә үҫәләр.Бына мәҫәлән : Умырзая, һабын сәскәһе һәм башҡалар. Ағинәйҙәр,хаҡлы ялдағы мәғариф ветераны Шәүрә Зөлфәр ҡыҙы төрлө дарыу үләндәренең файҙаһы һәм ҡайһы ваҡытта йыйырға , киптерергә,нисек ҡулланыу тураһында тулы итеп һөйләп үттеләр . Уҡыусылар "Дарыу үләндәре" хаҡында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙеләр.Үләндәр менән флешмоб, йомаҡтар , һүрәт төшөрҙөләр, үлән сәйҙәренә дегустация үткәрелде, шулай уҡ "Еҫенән таны" конкурсы" нда ҡатнаштылар.Сара һуңында киптерелгән, хуш еҫле , үлән сәйе менән һыйландыҡ. "Дарыу үләндәренең самаһын белһәң - дарыу, белмәһәң- ағыу" - тиҙәр.Ҡиммәтле дарыуҙар ҡулланыуға ҡарағанда, аяҡ аҫтында үҫкән дарыу үләндәренең шифалы хазина икәнлеген онотмайыҡ. Тәбиғәткә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш маҡсат итеп алынды.