Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
8 Октябрь 2025, 10:50

Уңайлы ҡала мөхите булһын өсөн төҙөлгәйне

Эйе, Еңеү паркы нәҡ шундай маҡсатта булдырылғайны. Был яҡ биҫтәлә йәшәгәндәр өсөн бер нимә лә юҡ ине бит. Ә биш йыл элек төҙөлгән паркта тренажерҙар ҙа, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары ла бар. Ололар эскәмйәлә ял итергә ярата. Тик ни өсөн булғанды һаҡлай белмәйбеҙ? Көн һайын ошо паркта рәхәтләнеп һыйырҙар йөрөй. Күмәк көс менән ултыртҡан ағастарҙы, аҡса түгеп эшләнгән клумбалар, газондар, плитәләр йәл түгелме икән? Әгәр артабан да шулай дауам итһә, тиҙҙән был парк ҡотһоҙ урынға әйләнәсәк. 

Уңайлы ҡала мөхите булһын өсөн төҙөлгәйне
Уңайлы ҡала мөхите булһын өсөн төҙөлгәйне

Баймаҡ ҡалаһында Еңеү паркы асылды бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата асылғайны. Парк шәхси эшҡыуарҙар Рифат һәм Радмир Ғирфановтарҙың тәҡдиме менән "Уңайлы ҡала мөхите" программаһына ярашлы төҙөлдө.
Паркта матур ял итеү өсөн бөтә шарттар бар. Машиналар ҡуйыу өсөн урын хәстәрләнгән, өлкәндәр спорт менән шөғөлләнһә, балалар майҙансыҡта рәхәтләнеп уйнай ала. Шулай уҡ эскәмйәләр, тренажерҙар ҡуйылған. Тик паркка иғтибар етмәүе, ҡайһы бер кешеләрҙең үҙҙәрен ҡырағайҙарса тотоуы борсоуға һала. Көн дә һыйырҙар йөрөүе лә паркты бөтөрөүгә алып бара бит. 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас