Бер көн шулай Баймаҡта маршрут автобусында китеп барам. Салонда өс кенә пассажир, водитель дә, кондуктор ҙа һөйкөмлө генә кешеләр, рәхмәт яуғыр. Мин – яңғыҙ әбей. Саҡ ҡына иғтибарға ла иреп китәм дә, һөйләшә башлайым. Шулай ҙа водителдең дә һүҙен ишетәм. Мин салонға ингәндә үк “девушка” ла “девушка” тей башланы. Әбейҙең күңеле булһын тейҙер инде. Ысынлап та шул һүҙе йөрәккә май булып ятты. Етмеште уҙған әбейгә күп кәрәкме ни? Йылы һүҙ – йән аҙығы, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Былай үҙем дә һәпрә әбей түгел инде, ауылда мин урамға галош кейеп сыҡмайым. Шулай сыҡҡандарҙы (хатта йәштәр) иҫкәртәм, һарайға ғына кейегеҙ уны тип. Шулай, ҡыҙ-ҡатын (Әхмәр Үтәбай һүҙе!) үҙен һәр ваҡыт күркәм тоторға тейеш. Хәҙер беҙ саф башҡортса – оҙон күлдәк, камзул кейеп сығабыҙ. Шуға ла, бәлки, ирҙәрҙең күҙе “ҡыуаналыр”. Әлеге водитель дә пенсия йәшендә икәне күренеп тора, үҙенә “афарин, “егет” тип әйтмәгенмен тип үкендем. Һинең кеүектәр күберәк булһын. Беҙ ҙә аҡыллы егеттәрҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Бар булығыҙ, һау йөрөгөҙ, тип теләп ҡалам. Һеҙ яратып торһағыҙ, яңғыҙҙар ҙа кәмер (эсмәһәгеҙ хәмер!), тол ирҙәр ҙә булмаҫ.
Ауыл әбейе.
Редакцияға килгән хатты ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыныҡ. Дәфтәр битенә эре хәрефтәр менән тигеҙ итеп яҙылған юлдар күңелгә аңлата алмаҫлыҡ йылылыҡ өҫтәне. Ысынлап та, бер йылы һүҙ кешене күктәргә күтәреүе, ә алама һүҙҙәр ер менән тигеҙләүе билдәле.
Хәҙерге оло йәштәге апай-инәйҙәргә йыш һоҡланырға тура килә. Улар әүҙем тормош алып бара, төрлө сараларҙа ҡатнаша, ҡайнап йәшәй. Иртәле-кисле скандинав таяҡтары менән йөрөргә лә өлгөрәләр. Күптәренә үҙ йәшен биреп тә булмай. Шулай уҡ хаҡлы ялда булһалар ҙа, эшләүселәр күп. Йәштәр “эш хаҡы бәләкәй” тип бармаған урындарҙы нәҡ ошо апайҙар ҡотҡара ла инде. Һәр йорттоң да, учреждениеның да ҡото – таҙалыҡ. Бер кемдең бысраҡ магазинға ингеһе килмәҫ ине, шулай бит? Беҙҙең бәләкәй ҡаланы ла баҫып бөтөп барған сауҙа нөктәләрендә йыйыштырыусы булып күпселек хаҡлы ялдағы апайҙар эшләй. “Эштең ояты юҡ. Мине һатыусы итеп тә саҡырғайнылар. Әммә мин йыйыштырыусы булырға теләнем. Сөнки миңә хәрәкәт кәрәк. Өйҙә ултырһаң, барыбер йөрөмәйһең. Күнекмәләр эшләй башлайым да, ташлайым. Унан телевизор алдында лапшайып тип ултыраһың. Ҡуй, улай булмай тип эшкә сығып киттем. Рәхәтләнеп йөрөп иҙән йыуам. Швабра менән йыуырға көскә өйрәндем. Ҡыҙҙар һәйбәт, илгәҙәктәр. Байрамдар менән ҡотлайҙар, Ололар көнөнә лә бүләк эшләнеләр. Уларҙың минең эштән ҡәнәғәт булыуы ла һөйөндөрә. Кеше араһында йөрөүе бик оҡшай. Ҡыумаһалар, эштән китергә уйламайым”,-тип көлә-йылмая һөйләне Рәмилә апай.
Кейем-һалым, аҙыҡ-түлек һатҡан урындарҙа ла хаҡлы ялдағы апайҙар күп. Кемеһе менән һөйләшһәң дә, “аҡсанан бигерәк, кеше араһында булыуыма ҡыуанам”, ти. “Хаҡлы ялда өс йыл ултырҙым. Унан ауырый башланым. Берсә бер ерем ауырта, унан икенсе урыным һыҙлай. Ситтә йәшәгән ҡыҙым үҙенә саҡыра, ә минең яратҡан йортомдо ҡалдырып киткем килмәй. Шунан балам: “Әсәй, улай булғас һиңә көсөң етерлек эш табыр кәрәк”, - тине. Ҡыҙым психолог минең. Шулай урамдарҙы йыйыштырыусы булып эш башланым. Таң менән тороп сығып китәм. Үҙем бала саҡтан таҙалыҡты яратам. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан эшләйһең. Кисә генә таҙартҡан урының яңынан ҡыйланып өлгөрә. Һепереп-таҙартып алаһың. Шулай саф һауала йөрөгәнгәме икән, һыҙланыуҙарым баҫылды. Ауырырға хәҙер ваҡыт юҡ!”-тип көлә Фәниә апай.
Ысынлап та хаҡлы ялға сығып үҙ шөғөлөн тапҡандар бирешмәй. Кемдер ижадҡа тотона, икенселәр ныҡлап баҡса үҫтерә башлай, өсөнсөләр бәйләй-сигә, бешеренә, ейәндәр ҡараша... Ә күптәре буш ҡалған эш урындарын биләп, беҙҙе ҡотҡара. Ҡайһы саҡта ошо ныҡ һәм уңған быуын “өйҙә генә ултырасаҡмын” тип ҡуйһа, хеҙмәт баҙарының бушлығын нисек тултырырҙар икән, тигән уйға киләһең.
Хат авторының өҫ-башҡа ҡағылған фекеренә лә ауаздаш һүҙҙәр ишеттем хаҡлы ялдағыларҙан. “Беҙ йәш саҡта барыбер ул тиклем кейем төрлөлөгө булманы. Көнкүреш йортонда эшләгән тегенселәргә сират була торғайны. Ә хәҙер!.. Ниндәйе генә юҡ кейемдең. Шуға ҡарамаҫтан йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙың салбар, кроссовки кеүек кейемдә генә йөрөүенә аптырап ҡуябыҙ. Күлдәк йәки итәк кейгән, туфлиҙарын шыҡылдата баҫып йөрөгән һылыуҙарға бер кем етмәй инде. Унан тыш төрлө биҙәүестәр күп хәҙер, шарфтар, яулыҡтар. Ҡатын-ҡыҙ нисә йәштә булһа ла, үҙен матурларға, биҙәргә тейеш. Бына беҙ етмеште һәм һикһәнде үткәнбеҙ. Әммә үҙебеҙҙе әбейҙәр рәтенә индереп, теләһә нәмә кейеп йөрөргә уйламайбыҙ. Барыбыҙ ҙа биҙәнергә-төҙәнергә ярата. Ололар көнөнә саҡырғайнылар, күлдәк һайлап бер булдыҡ. Скандинав таяғы менән йөрөү өсөн күмәкләшеп спорт формаһын һайлауы үҙе бер мәҙәк булды. “Ҡартайҙым, ауырыйым” тип мыжып өйөңдә ятһаң, бирешәһең инде ул. Шуға күрә тырышып-тырмашып, “беҙ бар әле”тип йәшәргә кәрәк”, - тип йылмайышты скандинав таяғы менән йөрөргә сыҡҡан апайҙар. Унан: “Әбей итмәй тороғоҙ, беҙҙең арала 68 йәштә мөхәббәтен тапҡан әхирәтебеҙ ҙә бар әле”,-тип көлөшә-көлөшә атлаған ханымдарға һоҡланып ҡарап ҡалдым.
Тормошто нисек бар, шулай ҡабул итеп, яҙмыштың әсе елдәренә бирешмәй, күңел күтәренкелеге һәм өмөт менән алға барған быуын кешеләренән күпкә өйрәнергә була. Әле һуңғы көндәрҙә урамда кеше һымаҡ атлап, ваҡ-төйәк эштәрҙе “һә” тигәнсе эшләп ҡуйған роботтарға бар донъя хайран ҡала. “Буш торған эш урындарын да ҡаплаясаҡтар, күп кешеләрҙе лә алмаштыра аласаҡ”, - тип рекламалайҙар был йәнһеҙ тимерҙәрҙе. Тик әхлаҡи ҡиммәттәрҙе йөрәгендә йөрөтөп, хис-тойғоларға өйрәтә алмаҫ улар. Шуға күрә һәр быуындың “девушка” кеүек әбейҙәре, улар таянырлыҡ көслө парҙары булып, тормош әҙәмсә дауам итһен ине...
Гүзәл Иҫәнгилдина.