Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
21 Сентябрь 2025, 18:30

Баймаҡ паркы - яратҡан ял итеү урыны

Паркта балалары менән атай-әсәйҙәрҙе, тыныс ял итергә килеүселәрҙе, спорт менән шөғөлләнеүселәрҙе күрергә була. Таналыҡ буйында урынлашҡан күпергә баҫып аҡҡоштарҙы күҙәтәһең

Баймаҡ паркы - яратҡан ял итеү урыны
Баймаҡ паркы - яратҡан ял итеү урыны

Парктың яңыртылған концепцияһы идеяһы ете башҡорт ырыуының мәҙәни-тарихи мираҫына нигеҙләнгән. Архитектура-дизайнер эшен баш ҡаланың «Аффинум» компанияһы әҙерләгән, ә проектҡа Башҡортостан Республикаһының ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы үҫтереү институты етәкселек итә. Проектта паркта бер нисә тематик һәм функциональ зона булдырыу ҡаралған. Бында тыныс ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү, күмәк саралар үткәреү өсөн майҙансыҡтар, шулай уҡ балалар майҙансығы һәм башҡа төҙөкләндереү элементтары урынлашҡан. Территория йәшелләндерелә, скейт-майҙансыҡ, теннис корттары, ҡоро фонтан булдырыла һәм бәләкәй архитектура формалары ҡуйыла.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас