“Дәүләт хеҙмәттәре” порталында барыһы өсөн дә уңайлы булған “Йорт” (“Госуслуги. Дом”) ҡушымтаһы барлыҡҡа килде. Ул йорт менән идара итеү буйынса берҙән-бер күп функциялы сервис һәм Рәсәй Федерацияһының бөтә төбәктәрендә лә бер юлы ҡулланыла.
Ҡушымта аша идара итеүсе ойошманан онлайн-канал буйынса борсоған һорауҙарға ҡыҫҡа ваҡытта яуап алырға мөмкин. Шулай уҡ коллектив ғаризаларҙы күршеләрегеҙ менән бергә ебәрергә була. Әгәр кешеләр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итеү менән ҡәнәғәт булмаһа, торлаҡ инспекцияһы аша идара итеүсе ойошмаға йоғонто яһай ала. Шулай уҡ ҡушымтала дөйөм йорт йыйылыштарын үткәреү өсөн онлайн-платформа бар. Бынан тыш кешеләр идара итеүсе ойошманың сығымдары буйынса йыллыҡ отчеттарын ҡарап барасаҡ. Ҡушымтала йортта капиталь ремонт эшләү, уның ваҡыты тураһында халыҡҡа мәғлүмәт бирелә. Бар иҫәпләгестәрҙе ҡарап, түләүҙәрҙе лә ошо ҡушымта аша эшләп барыуы бик уңайлы. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү кәрәклеге тураһында автоматик иҫкәртеү ҙә килеп торасаҡ. Күршеләр менән мобиль ҡушымтала уңайлы чаттар ярҙамында туранан-тура аралашыу ойошторола.
Ҡушымтаға инеү өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре”нә (“Госуслуги”) инегеҙ. “Сервисы и предложения” тигән урынға баҫып, “Дом” тигәнде һайлағыҙ.
Тормош өсөн уңайлы булған, түләү мәшәҡәттәрен бер урынға йыйған “Йортто” һайлайыҡ.
Гүзәл Салихова.