Беренсе Этҡол ауылы биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелде, электр сымдары, йылытыу ҡоролмаларының торошо ла ҡаралды.
Шулай уҡ асоциаль тормош алып барған граждандарҙың йорттарына рейд яһалды. Көндәр һыуыныу менән төҙөк булмаған мейестәргә ут яғыу, мөрйәләрҙе ҡарамау, электр сымдарының алмаштырылмағанлығы, ут менән һаҡһыҙ эш итеү – былар барыһы ла ут сығыуға сәбәпсе лә инде.
Шулай уҡ күп балалы ғаиләләргә, янғыҙ йәшәүселәргә даими рейдттар үткәрелеп тора. Шулай уҡ рейд ваҡытында янғын иҫкәртеү ҡоролмаларының төҙөклөгө лә ҡарала.
Ауыл биләмәһендә 4 күп балалы ғаилә иҫәпләнә. 22 янғыҙ йәшәүсе ир-егет, ауыр ғаилә хәле буйынса иҫәптә тороусы 5 ғаилә, 2 инвалид бала тәрбиәләүсе ғаилә иҫәпләнә.
Үҙебеҙҙең йортто ғына түгел, күршеләргә, ауылдаштарға ла иғтибарлы булайыҡ. Ут сығыуҙан һаҡ булайыҡ!
Юлдаш РАЕВ, Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе башлығы.