Бала ҡараған өсөн атайҙарҙың алиментҡа булған хоҡуғы тураһында нимә белергә кәрәк – Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлата.
Алиментты хәҙер баланың атаһынан ғына түгел, билдәле бер шарттарҙа әсәһенән дә түләтергә мөмкин. Уртаҡ бала тыуғандан алып өс йыл буйына бала тәрбиәләүсе атайҙар ҡатынынан йәки элекке ҡатынынан алимент талап итергә хоҡуҡлы.
Быға тиклем ҡатын-ҡыҙҙар (ҡатындар һәм элекке ҡатындар) йөклө осорҙа үҙенә һәм, уртаҡ бала тыуғас, өс йыл дауамында балаға алимент талап итә ала ине. Ә ир кеше ҡайһы бер шарттарҙы иҫәпкә алғанда ғына бындай хоҡуҡҡа эйә булды, мәҫәлән, пенсия йәшенә еткән, эшкә һәләтһеҙ йәки уртаҡ бала ғәрип булған осраҡта.
Яңылыҡ элекке ир менән ҡатындың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен тигеҙләүгә йүнәлтелгән. Баланы ысынында тәрбиәләгән кеше хәҙер суд тәртибендә алимент талап итә ала. Бының өсөн тейешле ғариза яҙырға кәрәк. Дәғүә ғаризаһына бала ҡарауҙы һәм баланы ата-әсәнең береһе генә ҡарау сәбәбен раҫлаған документтар беркетеү мөһим. Шулай уҡ, әсәй йә атай кешенең ярҙам итеүҙән баш тартыуын дәлилләргә кәрәк.
📃 2023 йылдың 31 июлендәге «Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 89-сы һәм 90-сы статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы 403-сө федераль закон: https://vk.cc/crfFAB
Башҡортостанда суд приставтарына ҡабул итеүгә нисек яҙылырға:
халыҡҡа мәғлүмәт биреү үҙәге телефоны аша – 7 (347) 272-16-46 (эш көндәрендә – 09.00-18.00, йома – 09.00-16.45)
«Электрон сират» сервисы аша https://vk.cc/crfFFi
Дәүләт хеҙмәттәре аша https://vk.cc/crfFDM
Федераль суд приставтары хеҙмәтенә яҙма мөрәжәғәттәрҙе түбәндәге электрон почта аша [email protected] йәки почта аша ебәрергә мөмкин: 450077, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 95
Башҡортостандағы Федераль суд приставтары хеҙмәтенең эшмәкәрлеге тураһында киң таралған һорауҙарға яуаптар – чат-ботта.
Бурыстарҙы түләткәндә йәшәү минимумын нисек һаҡлап ҡалырға –мәғлүмәт ошонда