Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
20 Сентябрь 2023, 12:35

Ололарҙы хәстәрләп

Хәҙер оло йәштәге кешеләрҙе һәм инвалидтарҙы оҙайлы ваҡыт тәрбиәләү федераль бюджет иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ, был иһә кеше тәрбиәләүҙе тулыһынса бушлай башҡарырға мөмкинлек бирә.Был «Демография» милли проектының «Өлкән быуын» төбәк проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған һынау программаһы. 2023 йылда программала 800 кеше ҡатнаша. Әлегә тиклем был социаль хеҙмәт Өфөлә генә күрһәтелә һәм тик төбәк бюджеты иҫәбенә генә ине. Һәр ваҡытта ла бушлай түгел, ҡайһы осраҡта өлөшләтә йәки тулыһынса түләргә кәрәк булды.2024 йылда оҙайлы ваҡыт тәрбиәләү системаһын тотош Рәсәйҙә индереү күҙаллана.

Ололарҙы хәстәрләп
Ололарҙы хәстәрләп

Хәҙер оло йәштәге кешеләрҙе һәм инвалидтарҙы оҙайлы ваҡыт тәрбиәләү федераль бюджет иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ, был иһә кеше тәрбиәләүҙе тулыһынса бушлай башҡарырға мөмкинлек бирә.

Был «Демография» милли проектының «Өлкән быуын» төбәк проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған һынау программаһы. 2023 йылда программала 800 кеше ҡатнаша. Әлегә тиклем был социаль хеҙмәт Өфөлә генә күрһәтелә һәм тик төбәк бюджеты иҫәбенә генә ине. Һәр ваҡытта ла бушлай түгел, ҡайһы осраҡта өлөшләтә йәки тулыһынса түләргә кәрәк булды.

2024 йылда оҙайлы ваҡыт тәрбиәләү системаһын тотош Рәсәйҙә индереү күҙаллана.

Оҙайлы ваҡыт тәрбиәләү тураһында нимә белергә кәрәк - Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре аңлата:

📌 Ярҙамсы өйҙә аҙнаһына 24 һәм көнөнә 4 сәғәткә тиклем эшләй, шул иҫәптән ял көндәрендә лә. Аҙнаһына 2 тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы көнкүреш хеҙмәте күрһәткән социаль хеҙмәткәрҙән ул шуныһы менән айырыла.

📌 Үҙҙәренең аҙ хәрәкәт иткән яҡындарын үҙ аллы тәрбиәләгән кешеләр хәҙер хеҙмәт стажын рәсмиләштерергә һәм эш хаҡы алырға мөмкин. Бының өсөн бушлай уҡыу үтергә һәм Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә эшкә урынлашырға кәрәк: https://vk.cc/cr0ubh

📌 «Тәрбиәләү буйынса ярҙамсы» вазифаһына һөнәри әҙерлек программаһы буйынса көндөҙгө бүлектә уҡырға тура килә. Дөйөм сәғәттәр һаны - 37, шуларҙың 10 сәғәте - теория, ә 25 сәғәте - практик дәрестәр. Уҡыу ваҡыты - 5 көн.

📌 Оҙайлы тәрбиәгә мохтаж тип таныу территориаль координация үҙәктәре аша башҡарыласаҡ - Башҡортостанда һынау режимында ошондай 7 үҙәк асыла.

Социаль участковыйҙа https://vk.cc/cqJV6G, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең ҡыҙыу линия телефоны буйынса 8 (800) 775-00-14 өҫтәмә мәғлүмәт алырға мөмкин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: