Социаль өлкә
25 Июль 2023, 09:36

Инвалидтарҙы хеҙмәтләндереүҙең сифаты яҡшыртыла

Социаль фонд бүлексәһе һәм Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе инвалидтар өсөн хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү өҫтөндә бергәләп эшләйәсәк

Инвалидтарҙы хеҙмәтләндереүҙең сифаты яҡшыртылаИнвалидтарҙы хеҙмәтләндереүҙең сифаты яҡшыртыла
Инвалидтарҙы хеҙмәтләндереүҙең сифаты яҡшыртыла

Рәсәй Пенсия һәм социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе һәм «Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документта Рәсәйҙең Социаль фонды бүлексәһе идарасыһы Фәнил Вәхитов һәм төбәк бүлексәһе рәйесе Ольга Шевнина ҡултамға ҡуйҙы.

Ике яҡ та ныҡлы һәм һөҙөмтәле социаль партнерлыҡтың мөһимлеген билдәләне. Уларҙың үҙ-ара килешеп эш итеү һөҙөмтәһендә граждандарҙы инвалидлыҡ менән тәьмин итеү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә йәмәғәт контроленә алыу, ташламаға эйә булыусыларға шифаханаларға юлламалар биреү, ишаралар телен тәржемә итеү планлаштырыла.

Рәсәйҙең социаль фонды кәрәк булған осраҡта Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте вәкилдәренең йыйыусы ойошмаларҙан реабилитациялау сараларын ҡабул итеүҙә һәм сифатһыҙ изделиеларҙы алмаштырыуҙа ҡатнашыуын тәьмин итәсәк.

Бынан тыш, Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте вәкилдәре инвалидтарға социаль фонд бүлексәһендә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү ҡағиҙәләрен аңлатасаҡ һәм уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләре буйынса консультация бирәсәк.

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас