

Оло бәхетһеҙлеккә ҡаршы, йыл һайын һыуҙа батып үлгән кешеләр була. Быйыл да һәләк булыусылар бар. Кешеләр ябай хәүефһеҙлек сараларын онотмаһа, бындай фажиғәләр булмаҫ ине.
Шулай итеп хәүефһеҙлек сараларына туҡталайыҡ.
- Тирләгән, эҫергәнгән килеш һыуға ҡапыл инмәгеҙ. Айырыуса ҡапыл сумыуҙан һаҡ булығыҙ.
- Балаларығыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ! Пляждағы башҡа балаларға ла күҙ һалығыҙ. Кескәйҙәр йөҙә белмәһә лә, тәрәнгә барырға тырыша.
- Балаларҙың йөҙөү матрастары үтә хәүефле булыуын онотмағыҙ. Унан шыуып төшөп китергә була.
- Оҙаҡ ҡояшты ятып, ҡапыл һыуға инмәгеҙ. Башығыҙ әйләнеп, ҡапыл ҡолауығыҙ бар икәнлеген онотмағыҙ
- Быға тиклем һыу инмәгән йылға-күлдә айырыуса һаҡ булығыҙ. Бигерәк тә ярҙан һикермәгеҙ.
- Эскән килеш һыуға төшмәгеҙ. Әгәр ниндәйҙер байрам мәлендә һыу буйында булһағыҙ, иҫерек яҡындарығыҙҙы ныҡлы контролдә тотоғоҙ.
- Кәмә менән йөрөгәндә уны сайҡауҙан, ситенә барып һыуға һикереүҙән һаҡ булығыҙ.