Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
17 Апрель 2023, 10:35

Ҡыҫҡа эш аҙнаһы

21 апрелдә Ураҙа байрамы билдәләнә. Республика Хөкүмәте Ҡарарына ярашлы, был көн байрам тип иғлан ителгән. 20 апрелдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара... 

Ҡыҫҡа эш аҙнаһы
Ҡыҫҡа эш аҙнаһы

Беҙҙе был аҙнала өҫтәмә ял көнө көтә. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 21 апрелдә Ураҙа байрамы билдәләнә. Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, был көн байрам тип иғлан ителгән.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 21, 22 һәм 23 апрель — ял көндәре, ә кесе йома, 20 апрелдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Рәсәй Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһына ярашлы йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә Ураҙа байрамындағы ял һәм байрам көнө отпускының календарь көндәренә индерелмәй.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: