Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
11 Апрель 2023, 19:10

Ҡоро үлән яна

Үткән тәүлектә Башҡортостанда ҡоро үлән яныуҙың 32 осрағы теркәлгән. Бөтә янғындар ҙа һүндерелгән...

Ҡоро үлән яна
Ҡоро үлән яна

Үткән тәүлектә Башҡортостанда ҡоро үлән яныуҙың 32 осрағы теркәлгән. Бөтә янғындар ҙа һүндерелгән.

«2023 йылдың башынан дөйөм майҙаны 221,6 гектарҙа ҡоро үләнгә ут тоҡаныуҙың 255 осрағы теркәлгән», — тип белдерҙе ҡотҡарыусылар.

Бөгөн, 11 апрелдә, Башҡортостандың дәүләт урман фонды биләмәһендә 1-се, 2-се, 3-сө һәм 4-се класлы янғын хәүефе фаразлана.

Башҡортостандың 24 районында өсөнсө, йәки уртаса класлы янғын хәүефе көтөлә. Улар араһында — Әлшәй, Асҡын, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Бөрө, Бүздәк, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ҡариҙел, Кушнаренко, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә, Яңауыл райондары һәм Өфө ҡала округы.

Бөгөн Архангел районы урмандарында дүртенсе, йәки юғары класлы янғын хәүефе фаразлана.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: