Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
4 Апрель 2023, 12:20

Ташҡын контролдә тотола

Әлеге ваҡытта район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса секторы һәм берҙәм диспетчер хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләй (телефон 2-20-10. Республика буйынса берҙәм телефон 112)...

Быйылғы яҙ ҡарҙың ҡапыл иреүе менән күп ауыл биләмәләрендә һәм юлдарҙа хәүеф тыуҙырҙы. Быйылғы ташҡын тураһындағы һорауҙы район хакимиәтенең ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса сектор мөдире Салауат Ярҡынбаевҡа йүнәлттек. Салауат Рафаэль улы был хаҡта түбәндәгеләрҙе һөйләне:

Махсус хеҙмәттәр тарафынан ярҙарынан сыҡҡан йылға-инештәр ағып китәсәк һыу торбалары тикшерелде. Уларҙың барыһы ла таҙа. Әммә ҡарҙың ҡапыл иреүе, һыуҙы был торбалар аша ғына түгел, ә уларҙың өҫтөнән дә ағыҙа. Быйыл Төйәләҫ йылғаһының ярҙарынан сығыуы хәүеф тыуҙырғайны. Әлеге ваҡытта барыһы ла контролдә тотола.

Әлеге ваҡытта район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса секторы һәм берҙәм диспетчер хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләй (телефон 2-20-10. Республика буйынса берҙәм телефон 112). Ташҡын буйынса төҙөлгән махсус комиссия ла район-ҡалалағы хәл-ваҡиғаны теүәл күҙәтеп бара. Бынан тыш юлсылар ҙа тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Ошондай мәлдә кешеләргә оҙон юлға сығырға кәңәш итмәҫ инек. Шулай уҡ кәртә-ҡурағыҙға һыу инерлек булһа, мал, ҡош-ҡортто хәүефһеҙ урынға күсереүҙе хәстәрләгеҙ. Балаларҙы ташҡын урынына ебәрмәгеҙ! Уларҙың боҙ өҫтөндә уйнауына юл ҡуймағыҙ. Һыу эсендә ҡалған күперҙән үтмәгеҙ. Ҡасандыр һай булған йылғаның хәҙер бик хәүефле булыуын аңлағыҙ һәм үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

"Һаҡмар" төркөмөндә Елена Прочаковская үткәргән брифингты ҡарап, республика буйынса, шул иҫәптән беҙҙең районда ла ташҡын буйынса мәғлүмәтте алырға мөмкин.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: