Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
29 Март 2023, 14:50

Эш хаҡы артҡан

2022 йылда Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 16% артып, 48 349 һум тәшкил иткән. Һуңғы өс йылда республика эш хаҡының үҫеше буйынса Волга буйы федераль округында 10-сы урындан дүртенсегә күтәрелде...

Эш хаҡы артҡан
Эш хаҡы артҡан

Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров, Дәүләт Йыйылышында республика хөкүмәтенең 2022 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында отчет менән сығыш яһап, төбәктә хеҙмәт баҙарының торошо хаҡында һөйләне. Республикала эшһеҙлек кимәле ныҡ түбән – 3,4%, хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү өсөн 1,5 миллиард һум йүнәлтелде, тип билдәләне ул.

2022 йылда Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 16% артып, 48 349 һум тәшкил иткән. Һуңғы өс йылда республика эш хаҡының үҫеше буйынса Волга буйы федераль округында 10-сы урындан дүртенсегә күтәрелде. Башҡортостан – бюджеттан тыш сектор хеҙмәткәрҙәре өсөн минималь эш хаҡы кимәлен билдәләгән бик аҙ төбәктәрҙең береһе, бөгөн ул 19 743 һум тәшкил итә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: