Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
24 Март 2023, 13:05

Ун миллиард һум бүленәсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путин алдағы ике йылда аҙ ҡатлы йорттар төҙөүгә 10 миллиард һум бүлергә ҡушты.  Аҡса авария хәлендәге торлаҡтан күсергә мәжбүр булғандар өсөн тәғәйенләнә...

Ун миллиард һум бүленәсәк
Ун миллиард һум бүленәсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәтенә алдағы ике йылда аҙ ҡатлы йорттар төҙөүгә 10 миллиард һум бүлергә ҡушты. Аҡса авария хәлендәге торлаҡтан күсергә мәжбүр булғандар өсөн тәғәйенләнә. Документ Кремль сайтында  баҫылған.

Унан күренеүенсә, 2023-2024 йылдарҙа аҙ ҡатлы биналар төҙөлөшөн финанслауға федераль бюджеттан йыл һайын 10 миллиард һумға тиклем аҡса бүлергә кәрәк. Улар ағастан һалына һәм граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү өсөн тәғәйенләнә.

Доклад 1 июлгәсә Президентҡа күрһәтелергә тейеш.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: