Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
24 Март 2023, 11:15

МРОТ артасаҡ

2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме 18,5% индексацияланасаҡ...

МРОТ артасаҡ
МРОТ артасаҡ

2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме 18,5% индексациялана. Премьер-министр Михаил Мишустин Дәүләт Думаһында хөкүмәт эше тураһында отчет менән сығыш яһағанда ошо хаҡта белдерҙе. Рәсәй президенты февралдә уҡ хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыу тураһында әйткәйне.

Ағымдағы йылдың 1 апреленән социаль пенсиялар арттырыла, шулай итеп, бер йыл эсенд үҫеш 13,5% ашыу тәшкил итергә тейеш, был 4 миллионға яҡын кешегә ҡағыла. Социаль пенсия страховка пенсияһын алыу өсөн стажы етмәгән кешеләргә түләнә.

 2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостандың бюджеттан тыш өлкә хеҙмәткәрҙәре өсөн МРОТ район коэффициенты менән бергә 19 743 һум (+12,3%), для «бюджетниктар» өсөн 18 678 (+6,3%) тәшкил иткән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: