Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
24 Март 2023, 17:00

Хәүефһеҙлекте боҙоу түгел

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәктәп тәҙрәләрендә рәшәткәләрҙе ҡалдырырға рөхсәт итте. Хәҙер был янғын хәүефһеҙлеген боҙоу тип иҫәпләнмәй...

Хәүефһеҙлекте боҙоу түгел
Хәүефһеҙлекте боҙоу түгел

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәктәп тәҙрәләрендә рәшәткәләрҙе ҡалдырырға рөхсәт итте. Хәҙер был янғын хәүефһеҙлеген боҙоу тип иҫәпләнмәй. Ошо турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше департаменты директоры Ринат Еникеев хәбәр итте.

"1 марттан янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр көсөнә инде, бөгөн рәшәткәләрҙың булыуы законға ҡаршы килмәй", — тип Еникеевтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.

Янғын осрағында балалар һәм уҡытыусылар мәктәптән эвакуация юлдарынан сығырға тейеш, ә тәҙрәләр уларға ҡарамай, тине ул.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 120 мең белем биреү объекты эшләй. 2022 йылда уларҙа — 325 янғын, мәктәптәрҙә 150 ут сығыу осрағы теркәлгән. Һәләк булған балалар юҡ. Янғын хәүефһеҙлеген боҙған өсөн суд ҡарары буйынса 20 мәктәптең эше туҡтатылған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: