Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
6 Март 2023, 18:30

Тәүге рейс

Бөгөн Өфөнән Белоруссияның баш ҡалаһына — Герой-ҡала Минскиға тәүге даими рейс асылды...

Тәүге рейс
Тәүге рейс

Бөгөн Red Wings авиакомпаняһы Өфөнән Белоруссияның баш ҡалаһына — Герой-ҡала Минскиға тәүге даими рейс асты. Был хаҡта Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Рейс аҙнаһына бер тапҡыр, дүшәмбе көндәрендә башҡарыла.

Юлға 2 сәғәт 30 минут ваҡыт китә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Өфөнән Минскиға тура авиарейстар — принципиаль мәсьәлә.

"Республикабыҙ һәм Белорусь араһында тығыҙ, партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырылды, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. — Беҙ сауҙа, сәнәғәт, мәҙәниәт, туризм өлкәһендә ныҡлы бәйләнештәрҙе яйға һалдыҡ. Уларҙы артабан да үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Июндә Өфөлә ике ил төбәктәре форумы бының өсөн тағы ла бер етди этәргес булыр тип көтәбеҙ".

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: