Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
6 Март 2023, 17:35

Һаҡ булығыҙ - мутлашыусылар!

Ҡиммәт хаҡҡа янғын иҫкәрткестәрен тәҡдим иткән мутлашыусылар бар. Һаҡ булығыҙ!..

Һаҡ булығыҙ - мутлашыусылар!
Һаҡ булығыҙ - мутлашыусылар!

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы үҙҙәрен ведомство белгестәре тип таныштырып, ҡиммәт хаҡҡа янғын иҫкәрткестәрен тәҡдим иткән мутлашыусылар тураһында хәбәр итте. Республикала уларҙы 2000 һумдан алып тәҡдим итеп, кешеләрҙе алдап йөрөгәндәр.

«Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы түләүле хеҙмәттәр күрһәтмәй. Хеҙмәткәрҙәр янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса приборҙарҙы һатыу өсөн өйҙән-өйгә йөрөмәй. Янғынды иҫкәрткес уртаса 500 һум тора. Уны махсус магазиндарҙа, шулай уҡ билдәле интернет-магазиндарҙа һатып алырға мөмкин. Былтыр ошо ҡоролма 1175 кешенең ғүмерен ҡотҡарған», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: