Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
2 Март 2023, 18:00

Үҙе хәл итер

Кассала ауырлы йәш ҡатын “дамский” тип аталған тәмәкене һораны. Һатыусы: “Беҙ 18 йәше тулмағандарға тәмәке һатмайбыҙ”,-тине...

Үҙе хәл итер
Үҙе хәл итер

Кисә магазинда күргән-ишеткәнемде һаман да уйлап, көслө тәьҫораттар кисереп йөрөйөм.

Кассала ауырлы йәш ҡатын “дамский” тип аталған тәмәкене һораны. Һатыусы: “Беҙ 18 йәше тулмағандарға тәмәке һатмайбыҙ”,-тине.

Тегеһе: “Миңә 18 йәш тулды!”-тип тауыш күтәрҙе. Һатыусы: “Мин һеҙҙең турала түгел, уның тураһында”,-тип эсенә төртөп күрһәтте. Унан һүҙен дауам итеп: “Тәүҙә тыуһын, унан 18 йәшкә етһен, шунан инде никотин менән ағыуланырғамы-юҡмы икәнлеген хәл итер”,-тине.

Ауырлы ҡатын өндәшмәй торҙо-торҙо ла, ҡырт боролоп сығып китте.

Эх, шундай һатыусылар күберәк булһын ине донъяла!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: