Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
16 Декабрь 2022, 16:35

Пособиелар тураһында

Пособиеға иртә иҫәпкә торған ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр дәғүә итә ала...

Пособиелар тураһында
Пособиелар тураһында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда мохтаж йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкәсә бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн айлыҡ пособиелар билдәләнә. Аҡса алыусылар Башҡортостан биләмәһендә йәшәргә, ә йән башына уртаса килем төбәктәге йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш.

Пособиеға иртә иҫәпкә торған ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр дәғүә итә ала.

Түләүҙәр эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәленән 50, 75 йәки 100% тәшкил итә.

Республиа Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Башлығы указы республикабыҙ биләмәһендә берҙәм пособие тураһында федераль законды тормошҡа ашырыу өсөн ҡабул ителгән. 2023 йылдың 1 ғинуарынан  пенсия һәм социаль страховкалау фонды берҙәм пособие тәғәйенләй һәм түләй башлай.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: