Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
13 Декабрь 2022, 16:30

Әсәләргә - миҙалдар

Улар – Кристина Арманшина (тормош иптәше Илфат Әхмәҙи улы менән 7 бала тәрбиәләй), Темәстән Эльвира Нарынбаева (тормош иптәше Илгиз Әбүталип улы менән 5 бала үҫтерәләр), Ишмөхәмәт ауылынан Альбина Үлйәбаева (тормош иптәше Азат Әхәт улы менән 6 бала тәрбиәләйҙәр), Йомаштан Татьяна Хәсәнова (тормош иптәше Хәлил Әмир улы менән 5 бала үҫтерәләр)...

Әсәләргә - миҙалдар
Әсәләргә - миҙалдар

Күп балалы, ул һәм ҡыҙҙарына матур тәрбиә биргән әсәләрҙе тәбрикләү республикабыҙҙың матур бер йолаһына әүерелгән. Ошо көндәрҙә районыбыҙҙың дүрт әсәһе “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнеп һөйөндө.

Улар – Кристина Арманшина (тормош иптәше Илфат Әхмәҙи улы менән 7 бала тәрбиәләй), Темәстән Эльвира Нарынбаева (тормош иптәше Илгиз Әбүталип улы менән 5 бала үҫтерәләр), Ишмөхәмәт ауылынан Альбина Үлйәбаева (тормош иптәше Азат Әхәт улы менән 6 бала тәрбиәләйҙәр), Йомаштан Татьяна Хәсәнова (тормош иптәше Хәлил Әмир улы менән 5 бала үҫтерәләр).

Бәхетле әсәләргә миҙалды район хакимиәте башлығының урынбаҫары Айнур Кәримов тапшырҙы. “Бар күңелдән ҡотлап, балаларығыҙҙың һау-сәләмәт, ғаиләгеҙҙең ныҡлы булыуын теләйем. Бәләкәстәрҙе илебеҙҙең лайыҡлы граждандары итеп үҫтерерһегеҙ, тип ышанам”,-тине Айнур Басир улы.

Бәхетле әсәләрҙе ҡотларға уларҙың тормош иптәштәре, балалары килгән ине. Халыҡ ижады үҙәге әртистәре Илнур Аслаев, Ғәлинур Хәмитов тантанаға айырым биҙәк өҫтәне.

Тыуған еребеҙҙә күп балалы, бәхетле һәм бәрәкәтле ғүмер иткән ғаиләләр күберәк булһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: