Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
5 Декабрь 2022, 17:10

Бүләктәрҙе дөрөҫ һайлағыҙ

Балалар тауарҙарының сифаты һәм Яңы йыл бүләктәрен һайлау буйынса "ҡыҙыу бәйләнеш" асылды...

Бүләктәрҙе дөрөҫ һайлағыҙ
Бүләктәрҙе дөрөҫ һайлағыҙ

Бөгөн, 5 декабрҙә, Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә балалар тауарҙарының сифаты, хәүефһеҙлеге һәм Яңы йыл бүләктәрен һайлау мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асыла.

5-16 декабрҙә Роспотребнадзор белгестәренән балалар тауарҙары, шул иҫәптән кейем-һалым, аяҡ кейеме, уйынсыҡтар, балалар ризығы, китап продукцияһының сифатына һәм хәүефһеҙлегенә ҡағылышлы һорауҙарға яуаптар, карнавал костюмдарын һәм татлы Яңы йыл бүләктәрен һайлау буйынса кәңәштәр алырға мөмкин.

Граждандарға тематик консультациялар Роспотребнадзорҙың Берҙәм консультация үҙәге (8 800 555 49 43), Рәсәй Федерацияһы төбәктәре буйынса Роспотребнадзор идаралығының ҡыҙыу бәйләнеш телефондары, шулай уҡ Гигиена һәм эпидемиология үҙәктәре ҡарамағындағы ҡулланыусылар өсөн консультация үҙәктәрендә (пункттарында) үткәрелә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: